Көндөң ҡояшлы булыуы мәктәп коллективына һәм уҡыусыларға тырышып эшләргә дәртләндереп кенә торҙо. Берҙәм тырышлыҡ менән ихаталағы сәскә түтәлдәре рәтләнде, ҡороған ағас япраҡтары йыйылды, юлдар һеперелде.