Әсәйебеҙ бар булмышын балаларға белем биреүгә бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы. Беҙҙең өсөн иһә ул хәстәрлекле әсәй, терәк-таянысыбыҙ, өйөбөҙ йәме.
Әсәй! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшә!
Һин булғанға ерҙә бәхетле беҙ,
Һинең менән яҡты көнөбеҙ.
Беҙҙең менән һиндә бәхетле бул.
Иң ҡәҙерле, изге кешебеҙ!
Ҡайтҡан саҡта һинен яндарыңа
Ҡолас йәйеп ҡаршы киләһең.
Мең-мең рәхмәт, әсәй тәрбиәңә.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Оҙон ғүмер бирһен Хоҙай һиңә,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡуллдарын
Имен тормош, бары ҡыуаныстар
Теләй һиңә балаларың.
Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гүзәл, Альбина һәм Айгөл.