Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ! Һеҙгә яуаплы эшегеҙҙә бары тик уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, дәрт теләйбеҙ! Тап һеҙ, Алина Рәмил ҡыҙы, быйыл беренсе класҡа барыусы беҙҙең балаларға оло тормошҡа юл асаһығыҙ. Уларҙы һәр иртә яҡты йөҙ, изге күңелегеҙ менән ҡаршы алғанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.
Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.
Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.
Иң изге теләктәр менән 1А класы уҡыусылары һәм ата-әсәләре.