Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь , 10:00

Сентябрь айына һынамыштар

.

Сентябрь айына һынамыштар
Сентябрь айына һынамыштар

* Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
Сентябрь - уңыш айы, туҡлыҡ айы.
* Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.
* Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер.
* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.
* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

 

Гөлнур Артыҡаева фотоһы

Автор:
Читайте нас: