Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән, балаларыңдың изгелегенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын.
Һинең кеүек бер кем ярата алмай,
Ейән-ейәнсәрҙәреңдең һәр береһен.
Һинең кеүек бер кем бирә алмай,
Иркәләүҙе, һөйөү һәм наҙын.
Ауырлыҡтар килһә, йылмаяһың,
Нур сәсә күҙҙәрең көлгәндә.
Күпме генә бәхет теләһәк тә,
Бик аҙ булыр кеүек тойола.
Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙың,
Шәфҡәтле һин бер-беребеҙгә,
Шуға һине барыһы яраталар,
Дуҫ-иштәрең йөрөй килгеләп.
Һау-сәләмәт булып, туҡһанды ла
Үткәрергә яҙһын бәргәләп. Аминь!
Ҡотлау менән Абдрахмановтар.