Илебеҙҙә барған махсус хәрби операция ауылдаштарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Аҡса йыйыуҙа, фронтҡа гуманитар ярҙам ойоштороуҙа, төрлө тәмлекәстәр, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып оҙатыуҙа беҙ һәр саҡ әүҙембеҙ.
Бына әле лә яугирҙар өсөн ҙур булмаған мендәрҙәр кәрәк, тигән иғланды һә тигәнсе эләктереп алдыҡ. Аҙна-ун көн эсендә күптәр өйҙәрендә мендәрҙәрҙе әҙерләп, кемдер эшләгән ерҙәрендә һөйләшеп тегеп, эслектәрен йүнләп, ике көн эсендә уларҙы тултырып, ауыҙҙарын тегеп, шыптыр тоҡтарға төрөп, оло ҡапсыҡтарға тултырҙыҡ. Фронтҡа оҙатыу өсөн 281 мендәр төйнәп ҡуйыуға өлгәштек!
Клубҡа эшләшергә килгән ике иң оло ауылдаштарыбыҙ – Насия һәм Нәйлә апайҙарға, «Zasport» фабрикаһы тегенсеһе, ауылдашыбыҙ Эльмира һәм уның хеҙмәттәштәренә, Салауат ҡалаһында йәшәүсе ауылдаш-еңгәбеҙ Рәмиләгә (иң күп тышлыҡты ул ебәрҙе), Ишембайҙа йәшәүсе ауылдашыбыҙ Миңһылыу апайға (ул мендәрҙәрен тулыһынса әҙерләп ебәрҙе), Минегөл апайға һәм уның Карина ейәнсәренә, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрен ситкә ҡуйып мендәрҙәр тегеүсе барлыҡ ауылдаштарға, Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына, клубта ойошҡан, ваҡытлыса тарҡалып торған «Миләш» төркөмө ҡыҙҙарына, беҙҙе ойоштороусы Сәүиә апайға, Айрат һәм Дамир ағайҙарға, Ғәлинурға һәм Марсҡа, шулай уҡ Арсен, Диана һәм Гүзәлиәгә ҙур рәхмәт!
Ауылыбыҙ фельдшеры Вәсиләгә, шулай уҡ тышлыҡтар тегеп ярҙам итеүсе Хажы ауылы килене Сулпан еңгәгә ҙур рәхмәт!
Кешене өмөт һәм ышаныс йәшәтә! Еңеүгә өмөттәребеҙ өҙөлмәһен, иртәгәһе көнгә ышанысыбыҙ һүнмәһен!