Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары менән берлектә әлеге мәлдә ялда булған Булик һәм Дикий позывнойлы яҡташтарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бай табынлы өҫтәл артында яугирҙар үҙҙәренең ҡайҙа һәм нисек хеҙмәт итеүҙәре, алғы һыҙатта ниндәй хәрби бурыстар үтәүҙәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ ауылдаштар тарафынан үҙ ҡулдары менән әҙерләнеп, тыуған яҡ сәләме менән килеп еткән посылкаларҙы алыуы шатлыҡ икәнен белдерҙеләр һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Ысынлап та, махсус хәрби операция башланғандан алып байғужалар ундан артыҡ маскировкалау селтәрҙәре үргән, йылы ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләгән, кәрәк-яраҡтар алған. Яуҙа йөрөгән яҡташтарға арнап мәсеттә ҡорбан аштары үткәргән.
Шулай уҡ ағинәйҙәр егеттәргә концерт номерҙары ла күрһәтте. Сараны ойоштороусылар уларға тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, донъя ҡороп, өйләнеп, балалар үҫтереп, бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләп, тыуған ерҙең тупрағы һалынған янсыҡ бүләк итте.
Әгәр РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләһәгеҙ Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссариатына (Ишембай ҡалаһы, Урал урамы, 77, тел.: 3-37-72; +7-937-667-76-66), шулай уҡ күп функциялы үҙәккә (Ишембай ҡалаһы, Гагарин урамы, 1, тел.: 2-97-23; 4-26-66, өҫтәмә: 33400) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Автор фотолары.