Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август , 21:00

Контракт хеҙмәте - ысын ир-егеттәр өсөн

Сага һәм Дикий позывнойлы егеттәребеҙ 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә улар күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булған, бер нисә тапҡыр яраланғандар. Әле яугирҙар тыуған яҡҡа реабилитация үтергә ҡайтҡан. Буш ваҡыттары әҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙ улар менән күрешеп, хәлдәрен белештек.

Контракт хеҙмәте - ысын ир-егеттәр өсөн
Контракт хеҙмәте - ысын ир-егеттәр өсөн

- Егеттәр, һеҙ ни өсөн хәрби операцияға юлландығыҙ?

Дикий:
- Минең быға тиклем хәрби тәжрибәм бар ине. Контракт нигеҙендә Свердловск өлкәһендә хеҙмәт иттем. 2022 йылдың июнь айында Шайморатов исемендәге батальон тупланыуы хаҡында ишеттем һәм яңы контракт төҙөнөм. Хәрби әҙерлек үткәс, сентябрь айында беҙ алғы һыҙыҡҡа индек. Әлеге ваҡытта мин минометсы, взвод командиры урынбаҫары.

Сага:

- Минең өсөн дә контракт хеҙмәте беренсегә түгел. Быға тиклем Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаштым. Шуға күрә өлөшләтә мобилизация башланып, ҡулға повестка алғас, бер икеләнеүһеҙ юлға сыҡтым.

- Хәрби операция һеҙҙе үҙгәрттеме?

Дикий:

- Эйе, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Кешегә бирелгән ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлай башланым. Хәрби дуҫлыҡтың ныҡлығын аңланым.

Сага:

- Мин Чечен һуғышын һәм әлеге махсус хәрби операцияны сағыштырып ҡарайым һәм ҙур айырма барлығын күрәм. Ул ваҡытта беҙгә 21-23 кенә йәш ине. Йәш саҡта ҡурҡыу тойғоһон бөтөнләй белмәнек, ҡан уйнап тора. Ә махсус хәрби операцияла төрлө йәштәге, күберәк тормошто күргән ир-егеттәр, күбеһенең ғаиләһе, балалары бар. Йәш саҡта үлем тураһында бөтөнләй уйламаһам, хәҙер яҡындарым, балаларым хаҡына үҙемде һаҡларға тырышам.

- Һеҙ икегеҙ ҙә бер нисә тапҡыр яраланғанһығыҙ. Шул турала һөйләгеҙ әле.

Дикий:

- Мин ике тапҡыр яраландым. Һуңғыһы Бахмут эргәһендә булды. Беҙҙең блиндажға снаряд төштө. Һуңынан хәрби припастар шартлай башланы. Шул ваҡытта иҫемде юғалтҡанмын. Ниндәйҙер упҡынға остом. Алда яҡтылыҡ күренгәндәй тойолдо. Бер ваҡыт иптәшемдең тауышын ишетәм. Аҙаҡ иҫемә килдем. Баҡтиһәң, егеттәр яраланған урынды бәйләп, тәүге ярҙам күрһәткән икән. Госпиталдә миңә операция эшләнеләр һәм әле 60 көнгә ялға ҡайтарҙылар.

Сага:

- Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, хәрби әҙерлек үткәс, тәьмин итеү ротаһында командир булдым. Һуңынан хәрби бәрелештәрҙә күберәк ҡатнашҡан взводҡа күсереүҙәрен һораным. Шунда уҡ контракт төҙөнөм. Көньяҡ Донецк йүнәлешендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаштым. Һуңғы тапҡыр Новомихайловка эргәһендә ҡаты яраландым. Операцияны миңә Өфөлә Һуғыш ветерандары госпиталендә эшләнеләр. Форсаттан файҙаланып, госпиталдең һәм үҙебеҙҙең Ишембай үҙәк район дауаханаһы табиптарына ҙур рәхмәт әйткем килә. Улар мине аяҡҡа баҫтырҙы.

– Хәрби контракт буйынса юлланырға теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Дикий:

- Хәрби контракт хеҙмәте - ул ысын ир-егеттәр һөнәре. Унда бик һаҡ булырға, маскировка тигән нәмәне бер секундҡа ла оноторға ярамай. Һәр ваҡыт күк йөҙөн күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, дрондар һөжүменән һаҡ булырға, окоптарҙы ла тәрәнерәк ҡаҙырға, взвод командирҙарын тыңларға, хәрби тәжрибәһе булған иптәштәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Сага:

- Мин штурмлаусы булараҡ шуны әйтер инем, һәр ваҡыт аяҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сөнки хәрби заданиены үтәп ҡайтыу өсөн аяҡтар - иң мөһиме. 

- Һеҙгә гуманитар ярҙам килдеме, уны алдығыҙмы?

Дикий:

- Әлбиттә, ауылдаштар, туғандар, район халҡы ебәргән посылкаларҙы алыу беҙҙең өсөн иң тулҡынландырғыс мәл. Адреслы посылкалар һәр саҡ ҡулға тиклем килеп етә.

Сага:

- Мин башҡаларҙың һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарағандарын ишетеп-күреп йөрөйөм. Алғы һыҙыҡҡа иң күп ярҙам Ишембай районынан килә. Хакимиәт башлығы Азат Ишемғолов та бер нисә тапҡыр беҙҙең янда булды, кәрәкле әйберҙәр алып килде, яугирҙарҙың хәлен белеште. Халыҡ аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре ебәрә, беҙ һәр саҡ һеҙҙең ярҙамды тоябыҙ.

- Махсус хәрби операция тураһында уйлағанда ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ?

Дикий:
- Мин тыуған илемде һаҡлай алыуым менән ғорурланам. Дәүләттән тейешле түләүҙәрҙе алам, был да бик мөһим. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр бөтә ил ярҙамын тоя.

Сага:

- Һәр ваҡыт илемдең патриоты булдым һәм буласаҡмын. Махсус хәрби операцияға юлланғанда Донбасс халҡына уларҙың ауылдары һәм ҡалаларына тыныс тормошто ҡайтарырға ярҙам итеү теләге көслө булды. Көн һайын беҙҙең егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта батырҙарса һуғыша. Унда ысын ир-егеттәр хеҙмәт итә.



Әгәр РФ Оборона министрлығы менән контракт
төҙөргә теләһәгеҙ Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссариатына (Ишембай ҡалаһы, Урал урамы, 77, тел.: 3-37-72; +7-
937-667-76-66), шулай уҡ күп функциялы үҙәккә
(Ишембай ҡалаһы, Гагарин урамы, 1, тел.: 2-97-23; 4-26-66, өҫтәмә: 33400) мөрәжәғәт итергә
кәрәк.

 

Автор фотоһы.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: