Аптырағас, һорарға тура килде: йәнәһе, минең статус хәҙер нисегерәк?
Альберт борғоланып торманы:
– Ҡәҙерлем, һин минең мөнәсәбәтемде беләһең, ҡыҫҡаһы, күпме теләйһең, шул ҡәҙәр тора алаһың.
Аңлашылды. Ғорур Нәзирә бар мөлкәтен таксиға тейәп, тыуған ауылына ҡайтып бара. Ярай әле, ҡайтыр ере бар.
Заманында атаһы Әхтәм ағай менән әсәһе Рәхилә апайҙың иң ҡәҙерле ҡыҙы булған Нәзирә, бына атай-әсәй йортона ҡайтып бара. Ҡара әле, бынау йүнһеҙ таксисты, әллә һөйләшелгән хаҡ менән риза түгел, юлда бәреп-һуғып алып ҡайтып бара. Ә ошо юлдан атаһы район үҙәгенә уҡыусыларҙың сәнғәт мәктәбенә йөрөтә торғайны. Тәүҙә бер сәғәт – рәсем, аҙаҡ музыка һабаҡтары, аҙнаһына бер тапҡыр тасуири уҡыу. Ошонда Нәзирә матурлыҡты аңларға, ҡабул итергә өйрәнде. Нәзирә һәр яҡтан һәләтле булды. “Башҡортостан пионеры” гәзитендә һәм “Пионер” журналында тәүге бәләкәй генә хикәйәләре сыҡты, шиғыр ҙа яҙғылай торғайны. Эй, ул бәхетле йылдар, мәңге бөтмәҫ һымаҡ ине.
Иң тәүҙә әсәһе үлеп китте. Ул көндәрҙе иҫкә төшөрһә, ҡыҙ әле лә илап ебәрә. Шул тиклем дә мәңге бөтмәҫ ҡайғы булыр икән. Әсәһенең һуңғы тәүлектәрендә: “Әхтәм, Әхтәм! Ҡыҙыңды ҡара, Нәзирәне етем итмә, Әхтәм!” – тип һыҡраныуҙары күрше урамдарға тиклем ишетелә ине. Ҡайғынан ҡара янған ҡыҙ ул көндәрҙә әсәһенең һүрәтен төшөрөү менән генә булды. Әллә ниндәй ҡайғылы шиғырҙар яҙҙы.
Атаһы Әхтәм ағай, ҡатыны үлгәс, шулай уҡ биреште. Төрлө сирҙәр барлыҡҡа килде. Былай эскәне тойолманы. Кис менән эштән ҡайта ла бер нөктәгә ҡарап мөңгөрләп ултыра. Дуҫтары йыйылғайны, өйләнергә кәңәш иттеләр. Күрше бүлмәлә ошо хаҡта тыңлап ултырған Нәзирәнең йөрәге дарҫлап китте. Тимәк, уның үгәй әсәһе буласаҡ.
Оҙаҡламай ул өйгә килеп хужабикә булды. Ҡуй инде, атаһы ошо ҡатынға ҡыҙыҡмағандыр ҙа инде. Унынсы класты тамамлап йөрөгән Нәзирә үҙ әсәһен үгәй менән сағыштырып ҡарай һәм ғәжәпкә ҡала. Үгәй әсәй түгел, үҙе ҡатынға ла оҡшамаған бит. Атаһын әйтер инем инде, был ҡатынды ҡайҙан тапты икән? Бүлмәнән-бүлмәгә шәүлә һымаҡ йөрөй, йөҙөндә йылмайыу әҫәре юҡ. Атаһы нимә һораһа ла эш менән була, ашарға бешерә, өй йыйыштыра. Нәзирә был ҡатынды ысын күңелдән нәфрәтләнеп күрә алманы. Әсәһенең урынын алған өсөн түгел, бары тик ошо йортҡа килеп ингәне һәм йәшәгәне өсөн генә. Ярай, бындай тормош мәңге дауам итмәне. Нәзирә ҡыуана-ҡыуана Өфөгә сәнғәт училищеһына уҡырға китте. Тынғыһыҙ һәм күңелле студент тормошо Нәзирәне үҙ ҡосағына алды, байтаҡ бәүелтеп йөрөттө. Тик яңынан ергә төшөргә тура килде, сөнки ҡайғылы хәбәр шаңҡытты. Атаһы йоҡлап ҡына ятҡан еренән үлеп ҡуйған. Ерләү мәшәҡәттәре менән булып Нәзирә үгәй әсәй менән атай йортоноң яҙмышын асыҡлай алманы. Шунда ғына Нәзирә үгәй әсәйҙең Фәрҙиә исемле икәнен асыҡланы һәм ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Уға исем нимәгә кәрәк икән?
Атаһын ерләгәндә үгәй әсәһенең ҡустыһы Тимур исемле егет Нәзирә менән аралашырға тырышып ҡарағайны. Ҡыҙ шунда уҡ баш тартты. Нимә тип һорай инде, мираҫ мәсьәләһен нисек хәл итергә уйлайһығыҙ, тине. Был мәсьәлә бөгөн мине ҡыҙыҡһындырмай, тип ҡыҙ ситкә китте.
Бына такси Нәзирәнең өйө эргәһендә туҡталды. Ҡыҙ шофер менән хисаплашты, әйберҙәрен бушатты һәм тос тоҡтарҙы ихатаға ташый башланы. Нәзирә үҙен әрләй, был тиклем әйберҙе нимәгә йыйғандыр инде. Ярай, кейем-һалымы йыл һайын кәрәк, ә бынауы рәссам әсбаптары хәҙер нимәгә хәжәт инде. Үгәй әсәй тәҙрәнән күреп ҡалған, күрәһең, йүгереп килеп төштө лә, иҫәнләшеп тә тормай, ташый башланы. Нәзирә тәүҙә, уға көнөм ҡалмаһын, тип, үҙе генә маташҡан булғайны. Ете-һигеҙ тоҡ һәлмәк кенә тарта шул. Иртәгәһен иртән биле тотто ла ҡуйҙы. Бына шулай була ул, ғүмер буйы еңел сумка менән йөрөп өйрәнһәң. Бер тоҡ күтәреү кәрәгеңде бирә лә ҡуя. Альберт юҡҡа әйтмәгән икән шул: беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бик нескә күңелле,