Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль , 20:00

Әрмегә китте Алмаз

Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һыналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай.

Әрмегә китте Алмаз
Әрмегә китте Алмаз

Ҡораллы көстәр сафында булыу кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ата-олатайҙар рухына тап төшөрмәй, ата-әсәләр, тыуған ер менән бәйләнеште өҙмәй имен-һау йөрөп ҡайтыу яҙһын һәр бер һалдатҡа!

Йәкшәмбе көндө Аҙнай ауылы егете Алмаз Усманов та әрме сафтарына юлланды.

Салауат музыка колледжын тамамлап, ҡулына диплом алырға өлгөргән яҡташыбыҙ ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белемен камиллаштырасаҡ һәм шул уҡ ваҡытта ике йылға контракт төҙөп, Рәсәй ҡораллы көстәренең хәрби оркестрында хеҙмәт итәсәк.

- Әле яңы ғына ҡулынан етәкләп мәктәпкә уҡырға алып барғайныҡ, бөгөн инде армияға оҙаттыҡ, - ти Алмаздың инәһе Сәриә Рәүеф ҡыҙы.

Алмаз өсөн борсолоп та, ғорурланып та оҙатыу кисәһен ойоштороусы Сәриә инәһенең дә, оҙатырға килеүсе туғандары-дуҫтарының да теләге бер: илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, үҙебеҙ имен булып, егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итеп, яҡындары янына иҫән-имен әйләнеп йөрөп ҡайтһын!

Һалдаттарға еңел, имен  хеҙмәт теләйбеҙ! 

 Хәйерле юл, Алмаз!

Әрмегә китте Алмаз
Әрмегә китте Алмаз
Әрмегә китте Алмаз
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА.
Читайте нас: