Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль , 15:00

Туған тел һағында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрә, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып бара. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автоном коммерция булмаған ойошмалар башҡа төрлө коммерция булмаған ойошмалар менән берлектә төбәк етәксеһе ярҙамында бырлығы 16 проектты ғәмәлгә индерҙе.

Туған тел һағында
Туған тел һағында

Шулай итеп, башҡорт теленең бөгөнгө торошо тураһында бер нисә райондашыбыҙ менән һөйләштек, уларҙың фекере беҙҙең өсөн бик мөһим.

- Ысынлап та республикала һуңғы йылдарҙа башҡорт телен популярлаштырыу буйынса күп эштәр башҡарыла. Беҙҙең З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатына килгәндә, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы грантына конкурс отоп, уҡыу учреждениеһында «Башҡорт теленең ете мөғжизәһе» исемле лагерь ойошторолдо, - тип ихлас уртаҡлашты гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова. – Был лагерҙың үҙенсәлеге нимәлә? Башҡа төбәктәрҙә, мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләрендә йәшәгән милләттәштәрҙең балаларына эштәр, күнегеүҙәр ебәреп, шул сараларҙа еңеүселәрҙе гимназиябыҙға саҡырып, улар өсөн төрлө уйындар, экскурсиялар ойошторолдо.

Сер түгел, беҙҙең гимназияла ла телдәре руслашҡан балалар уҡый, тип белдерә Фаягөл Тимербай ҡыҙы.

- Уларҙың туған телгә иғтибарын ялҡытҡыс ҡағиҙәләр аша түгел, ә мауыҡтырғыс уйындар ярҙамында йәлеп итәбеҙ. «Инофон BASH», «IQbalaBash» махсус ҡушымталарҙы урынлы ҡулланабыҙ, - тине ул.

2022 йылда бөйөк шағирыбыҙ – Рәми Ғариповтың юбилейына бағышланған «Минең Рәми» төбәк-ара шиғри конкурс үткәйне. Мәғлүм булыуынса, республикала ошо бәйгелә барлығы 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

- Мәҫәлән, беҙҙең гимназиянан Илиза Ниғмәтуллина, Нурзилә Шаһибәкова, Гөлсәсәк Шәрипова һәм башҡалар ҡатнашты. Башҡорт теленән диктант яҙыу ҙа гимназия кимәлендә ойошторола, унда 8-10-сы кластар уҡыусылары һәм уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша. Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә үткәрелә.

- Был көн беҙҙең гимназияла байрам төҫөн ала, - тип белдерҙе Фаягөл Әмирханова. – Ә туған телдән онлайн олимпиаданы һәр класта ойошторҙоҡ. Унда һәр уҡыусының үҙ көсөн һынап ҡарарға мөмкинлеге булды. Был саралар башҡорт телен үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа бик ҙур роль уйнай. «Әлләсе» тигән уйынды беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте айлығында үҙебеҙҙең мәктәп кимәлендә ойошторабыҙ.

З.Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатта «Башҡорт теле көндәре» сараһына һәр бала йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта улар «Башҡорт халҡының милли кейеме» акцияһында ла әүҙем ҡатнаша. Был барлыҡ саралар ҙа социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртылып бара.

- Беҙ «Туған тел донъяһы» порталын да бик әүҙем ҡулланабыҙ. Төрлө олимпиадаларға, тел буйынса ярыштарға әҙерләнгәндә бик файҙалы, унда мөһим мәғлүмәттәр күп, - тип уртаҡлашты уҡытыусы.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: гимназия уҡытыусылары 2019 ойошторлған лагерҙағы балаларҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенә алып барған. Был уҡыу йортонда шулай уҡ балаларҙы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәтәләр.

- Мин шуны ла телгә алырға теоәйем: башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса башҡорт теле уҡыиыусылары ғына эшләмәй, ә һәр бер хеҙмәткәрҙән алып етәкселеккә тиклем тиерлек эшләйҙәр. Ошо кешеләргә ҙур рәхмәт еткерәм.

- Технологияларҙың юғары кимәлдә үҫешеүе, яңы гаджеттар, ҡоролмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Хәҙерге заман балалары һөйләшергә өйрәнергә алмаҫтан уҡ, ҡулына телефон тотоп, үҙенә кәрәген табып, ҡарай белә. Ә мәктәп уҡыусылары инде төрлө яңы технологиялар менән яҡшы таныш. Шуға дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн башҡорт телен өйрәнгәндә «Bashworb» ҡушымтаһын ҡуллананырға тәҡдим итәм. Ул дәрестәр теҙмәһенән, тестарҙан, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙән тора. Был ҡушымта рус мәктәбендә телде өйрәнеү өсөн бик файҙалы.Балаларға ла уйын формаһындағы күнегеүҙәр бик оҡшай.

Юғары кластарҙа олимпиадаларға әҙерләгәндә «Деловой башкирский язык» ҡушымтаһы уңайлы. Грамматиканы ҡабатлау, һорауҙарға тулы, дөрөҫ яуап бирергә булышлыҡ итә, - тип белдерҙе үҙ фекерен мәғариф идаралағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методисы Гөлнур Аҙнабаева.

 

Фотолар гимназия архивынан.

Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Туған тел һағында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: