Сарала райондың барлыҡ имамдары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Махсус ҡунаҡ Рощинский ҡасабаһы имамы Нәзирулла хәҙрәт вәғәздәр һөйләне, халыҡты мәсеткә йышыраҡ йөрөргә саҡырҙы.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйе Рима Хәмиҙуллина өләсәһенән ҡалған изге ҡомартҡылары – 1901 йылда баҫтырып сығарылған “Ҡөръән” китабы һәм боронғо дин китаптары тураһында һөйләне.
Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарыбыҙ Азат Мырҙабаев менән Азат Ҡаһармановҡа арнап яҡындары ҡорбан салдырҙы. Ауылдаштар ир-егеттәрҙең тиҙерәк хәрби бурыстарын үтәп, илдә тыныслыҡ булдырып, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев әйтеүенсә, ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияға бөтәһе 11 ир-егет мобилизацияланған, шулай уҡ контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Уларға арнап мәсеттә дүртенсегә ҡорбан ашы үткәрелә, даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола.
Автор фотолары.