Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Зилә, Зәлиә, Зөлфиә, улың Ильдус, кейәүҙәрең Азат, Кәрим, Марат, һеңлең Нилә, ейәндәрең Айҙар, Азамат, Эльдар, Алмаз, Нурислам, ейәнсәрҙәрең Әдилә, Фаягөл.