Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль , 13:00

Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 8 июль билдәләнә. Ул тағы ла Болгария, Белоруссия, Әзербайжан, Германия, Украина, Великобритания, Франция кеүек илдәрҙә иҫтәлекле көн тип иҫәпләнә.

Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә

Байрамды билдәләү бер-нисә йыл элек Муромда барлыҡҡа килә. Тап ошо ҡалала христиан никахы яҡлаусылары – Петр һәм Феврония ерләнгән.

Ғаилә яуаплы мөхәббәт, хөрмәт итә белеү, бер-береңә тоғро булыу менән бер рәттән, социаль берәмек тә булып тора. РФ Конституцияһының 38-се статьяһында былай тиелә: "Әсәлек менән балалыҡ, ғаилә – хөкүмәт ҡанаты аҫтында. Бала тәрбиәләү – ата-әсәнең тигеҙ бурысы. Балиғ булған эшкә яраҡлы балалар эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарарға тейеш."

Яңы ғаилә байрамының символы – аҡ сәскә. Бик наҙлы һәм матур символ. Быуаттар төпкөлөнән алып аҡ сәскә Рәсәй тәбиғәтенең символы булып йөрөй. Боронғо славяндарҙа ул 7 изге үҫемлектәрҙең береһенән һанала.

Ошо уңайҙан Петровск ҡасабаһында урынлашҡан Ғаиләгә ярҙам итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре Илья Лукьянов һәм Анна Абдрафиҡова балалар табыу йортонда ҡунаҡта булды. Улар йәш әсәләргә һәм хеҙмәткрәҙәргә үҙ ҡулдары менән эшләгән аҡ сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

 

Автор фотоһы.

Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Һөйөүем билдәһе – аҡ сәскә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: