Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 12:13

Матур йолалар һағында

«Башҡортостан һаҡсылары» ойошмаһы ирекмәндәре үҙҙәре сүп-сарҙан таҙартып тотҡан Ағиҙел яры буйында Ҡорбан байрамын үткәрҙе.

Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында

Дини сарала Ишембайҙа һәм Иҫке Ишембай, Смаҡай биҫтәләрендә һәм күрше ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡатнашты.

- Рәмил Янышев һәм хәҙрәт етәкселегендә ирекмәндәр Ҡорбан салыу йолаһын үткәрҙе, - тип уртаҡлашты Гөлнара Вәлиуллина. – Байрамда 70-тән ашыу ҡунаҡ булды, улар саранан бик ҡәнәғәт ҡалды. Былау өсөн ике һарыҡ салынды, аҙаҡ барыһын да самауыр сәйе менән һыйланылар. Ни өсөн бындай сара Ағиҙел яры буйында үткәрелде? Был тәбиғәт ҡосағында эскеһеҙ, тирә-яҡты бысратмайынса, матур итеп ял итергә була тиеүгә ишара.

Шулай уҡ байрамда балалар өсөн аниматорҙар саҡырылған, төрлө уйындар ойошторолған.

 


Гөлнара ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.

Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Матур йолалар һағында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: