Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь , 09:00

Болануттың сәйе шифалы

"Һатып алғайным, бөтөнләй оҡшаманы. Быйыл иһә үҙем тотондом. Ысынлап та, үҙең эшләһәң, хәтәр тәмле була икән!" Шәп рецепт - яҙмала. 

Болануттың сәйе шифалы
Болануттың сәйе шифалы

Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән билдәле замандашыбыҙ Рәхимә Мусинаның алтын ҡулдары нимә генә эшләмәй: күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр яһаһынмы, төрлө кейем-һалым бәйләһенме, үлән сәйҙәре әҙерләһенме, ҡаҡ ҡойһонмы - барыһын да башҡара. Был юлы ул болануттан сәй эшләү серҙәрен уртаҡлаша.

"Былтыр үҙемдең емеш япраҡтарынан сәй яһау ысулдары менән уртаҡлаша башлағас, бер нисә кеше боланутты нисек ферментлауымды яҙыуҙы һорағайны. Әммә уҙған йыл уны ҡырға сығып йыйыу мөмкинлегем булманы. Теләгем дә артыҡ юҡ ине, сөнки һатыуҙа алған боланут сәйе миңә бөтөнләй оҡшамағайны. Әммә кешеләр үҙең яһағаны тәмле була тип ышандырғас, быйыл нисек тә тәжрибә яһарға форсат табырға тырыштым.

Баҡһаң, боланут ныҡ кәмемәй икән. Белмәгәс, бер тоҡ итеп тороп йыйғанмын, саҡ эш итеп бөттөм. Әгәр һеҙгә күп кәрәкмәһә, ҙурыраҡ бер пакет йыйһағыҙ ҙа етә. Тик сәскәһен, аҫҡы йәмһеҙләнгән япраҡтарын алмағыҙ.

Ютубта уны әҙерләүҙең төрлө ҡатмарлыҡтағы йөҙләгән ысулын өйрәтәлар. Мин мәшәҡәте уртасараҡ булғанын һайланым, нисектер ошо ысул күңелемә ятты. Шулай итеп, үләнде банкаларға тыңҡыслап тултырып, бер тәүлеккә тәҙрә төбөнә ҡояшҡа ҡуйҙым (ете банка булды). Унан һорғоллана башлаған үләнде өлөшләп табаҡҡа бушатып, ҡул менән ҡамыр баҫҡан кеүек ныҡ итеп төйгөсләнем. Усҡа йомарлап тотҡанда бармаҡтар араһынан лайлаһы ағып киткәндәй булһын. Унан ҡорот йомарлаған кеүек йомарлап, шул уҡ банкаларға бушаҡ итеп кире тултырырға һәм шул килеш тағы бер тәүлек ҡояштан ышыҡ, йылы урында тоторға (минеке — өлкән кәстрүлдә, әммә банкала һәйбәтерәк ферментлана). Иң аҙаҡ ҡуйы йәшел төҫкә ингән боланутты киптерергә йәйеп һалдым. Даими рәүештә ойошҡан урындарын тағатып болғап торор кәрәк. Кипкәс, йыуып ҡоротҡан әлеге банкаларға еңелсә төйгөсләп йыйып алдым (биш банка булды).

Ысынлап та, үҙең эшләгән боланут тәмле була икән! Сығышы көслө, тик оҙағыраҡ бешерергә кәрәк, ҡараһы ултыра-ултыра сыға. Миңә айырыуса болануттың массаһын һаҡлауы оҡшаны. Ҡарағат япрағын тауҙай итеп йыяһың — ферментлаһаң, кәпәстәй булып ҡала. Бынан һуң башҡа үләндәр менән мәшәҡәтләнмәҫмен тигән ҡарарға килдем. Быйыл әҙләп бәпембә, груша, алма, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын, клевер сәскәһен ферментлап ҡарағайным. Минеңсә, ысын сәйгә иң тартымы шулай ҙа — боланут!"

 

Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина.

 

Болануттың сәйе шифалы
Болануттың сәйе шифалы
Болануттың сәйе шифалы
Болануттың сәйе шифалы
Болануттың сәйе шифалы
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: