Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь , 13:16

Һыйырҙы йәшен һуҡҡан...

Кисә, 4 июнь, Ҡолғонала көслө ямғыр, ел-дауыл хөкөм итте.

Һыйырҙы йәшен һуҡҡан...
Һыйырҙы йәшен һуҡҡан...

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Фатеева белдереүенсә, ямғырҙан асфальт юл, ауыл халҡы ихаталары зыян күрҙе, йорттарҙа газ һәм интернет туҡтап торҙо.

Иҫке Һәйеттә хатта һыйырҙы йәшен һуғып үлтергән. 

Йәйге йәшендәр кешеләр өсөн дә хәүефле икәнен онотмайыҡ! Шуға күрә көслө ямғыр ваҡытында барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, мөмкин булһа, бөтөнләй урамға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

 

Фото: видеонан скриншот

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: