Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май , 09:00

Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле ишембайҙар!

Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!
Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!

Һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

1945 йылдың 9 майы – кешелек донъяһында иң аяуһыҙ һуғыштың һуңғы көнө алыҫ йыраҡта ҡалды. Түҙемһеҙлек менән көтөп алынған, халыҡтың ҡайғы-хәсрәте аша яуланған Еңеү миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың ғүмере, ҙур матди юғалтыуҙар, әйтеп бөтөргөһөҙ ауырлыҡтыр менән яуланды. Шуға күрә яуҙа алышҡандар, тылда Еңеү хаҡына эшләгәндәр һәм һуғышты тарихтан ғына белгәндәр өсөн был Еңеү – иң күркәм һәм ҡәҙерле байрам.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостан фронт линияһынан алыҫта булыуға ҡарамаҫтан, уның аяуһыҙ уты Ишембай ерен дә ялманы. Ул беҙҙең ергә “похоронка”лар, ҡасҡындар һәм йәрәхәтләнгән яугирҙар рәүешендә килде. 22 меңдән ашыу яугирыбыҙ ҡулына ҡорал алып Ватанды һаҡланы, унар меңләгән тыл хеҙмәтсәндәре, күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм ҡарттар нефть сығарҙы һәм эшкәртте, станоктар эргәһендә тәүлек әйләнәһенә торҙо, иген үҫтерҙе, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте. Уларҙың барыһы ла юғары баһаға лайыҡ була алманы, ләкин һәр береһе фашизмды еңеүгә тос өлөш индерҙе.

Ҡәҙерле ветерандар, ҡаһарманлығығыҙ һәм илһөйәрлегегеҙ, Ватанды, киләсәк быуынды һаҡлауға көс һалғанығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙең ил һалдатының батырлығына бағышланған мәңгелек ут бер ҡасан да һүнмәһен. Аяҙ күк йөҙөндә Еңеү салюттары ғына яңғыраһын, яугирҙар күкрәгендәге миҙалдарҙы тут баҫмаһын, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе яҡты киләсәк көтһөн. Һеҙгә именлек һәм бәхет теләйем! Еңеү байрамы менән!


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: