Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май , 17:30

Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ

Бәләкәй Байыҡ ауылында контракт хеҙмәте сержанты Вәкил Морат улы Фәтҡуллин менән бәхилләштеләр. Пулемёт бүлексәһе тоҫҡаусыһы вазифаһында Вәкил Морат улы Александр Доставалов исемендәге батальон составында хәрби бурыстарын үтәй. Яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була.

Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ

Йыназа ваҡытында яугирҙың туғандары һәм дуҫтары, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаты Фәрит Ғүмәров һәм башҡалар булды.

- Вәкил Морат улы беҙҙең барыбыҙ өсөн дә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, намыҫ өлгөһө булып мәңгелеккә ҡаласаҡ. Яугирҙарыбыҙ тураһында китаптарҙа яҙасаҡтар, яҡташтары хәтерләйәсәк. Уларҙың ҡаһарманлығында, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының батырлығы кеүек, балаларыбыҙ ҙа үҫәсәк. Вәкил Морат улы тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә, уның яҡындары, туғандары, иптәштәренең йөрәгендә һүнмәйәсәк, - тине Азат Альберт улы.

Тыныс йоҡла, герой!

 

Автор фотолары.

Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Тағы бер батыр егетебеҙҙе юғалттыҡ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: