Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель , 12:00

Тулҡынландырғыс осрашыу

Ҡалабыҙҙың 3-сө мәктәбендә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын күтәреүгә арналған әһәмиәтле линейка үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ, запастағы капитан, “Батырлыҡ ордены” менән бүләкләнгән “Сокол” ҡушаматлы яугир ҙа саҡырылғайны.

Тулҡынландырғыс осрашыу
Тулҡынландырғыс осрашыу

Линейканан һуң 5А класы уҡыусылары, класс етәкселәре Елена Смирнова менән бергә, ҡунаҡты “Батырлыҡ дәресе”нә саҡырҙы. Дәрес “Һорау-яуап” форматында үтте. Балалар ҡунаҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм уларға төплө яуап алды. Яҡташыбыҙ ҡатмарлы операцияларҙа нисек ҡатнашыуы, команда эшенең мөһимлеге, тыныс һәм аныҡ эш итеүҙе һаҡлап, еңеп сығырға кәрәк булған ауырлыҡтар тураһында һөйләне.

Мәктәп уҡыусыларының яу яланындағы һалдаттар өсөн әҙерләгән хаттарын тапшырыу күңелгә үтеп инерлек мәл булды. “Сокол” уларҙы ихлас ҡабул итеп алды.

Дәрестә ҡатнашыусылар илһөйәрлектең, яугирҙарға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәләште. Унда шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, спорт менән шөғөлләнеү, шәхси сифаттарҙы үҫтереү һәм юғары маҡсаттарға ынтылыу кәрәклеге тураһында ла әйтелде. Уҡыусылар ҡунаҡты ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ир кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул йәше етеү менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди хәрби һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып, сынығып ҡайта.


Фото 3-сө мәктәп сайтынан.

Автор:Илнара МЫРҘАБАЕВА.
Читайте нас: