Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель , 12:00

Яугир дәрес үткәрҙе

Ишембайҙың 7-се коррекция мәктәбендә сираттағы “Батырлыҡ дәресе” уҙҙы. Был юлы уҡыусылар менән осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Руслан килде.

Яугир дәрес үткәрҙе
Яугир дәрес үткәрҙе

Яҡташыбыҙ ҡыҙҙар һәм малайҙарға үҙе менән булған хәрби ваҡиғалар, хеҙмәттәштәренең ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға уны һәм иптәштәрен тыуған иленә һәм ватандаштарына булған һөйөү, туғандарын һәм яҡындарын яҡлау теләге этәрҙе, тине. Руслан билдәләүенсә, уҡыусыларҙың “Һалдатҡа хат” акцияһы сиктәрендә яугирҙарға ебәргән хаттары алғы һыҙыҡта бик ярҙам итә һәм уларҙың хәрби рухын нығыта.

Балалар яугирҙың хәрби юлы тураһындағы тарихты ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙҙәре лә яҡташыбыҙға махсус операция шарттарындағы көнкүреш, һалдаттарыбыҙҙың ҡоралланыуы, нисек хәрби хәрәкәттәр алып барыуы тураһында һорауҙарын бирҙе. Ҡунаҡ уларға бик ентекле һәм асыҡ итеп яуап ҡайтарҙы.

Уҡыусылар шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында Ватаныбыҙ намыҫын яҡлаусы яугирҙар өсөн үҙ ҡулдары менән окоп шәмдәре эшләүҙәре хаҡында һөйләне. Окоп шәмдәре - һалдат өсөн алмаштырғыһыҙ әйбер. Урынды аҙ ала, оҙаҡ яна, янып бөткәндән һуң да бер нисә сәғәт йылыһы һаҡлана, аҙыҡты йылытырға ярҙам итә. Уҡытыусылар билдәләүенсә, “Батырлыҡ дәресе” йылы шарттарҙа үтте. Балалар аныҡ миҫалда ысын геройҙарҙың йәнәшәлә генә йәшәүен, Тыуған илгә ҡарата һөйөү һәм батырлыҡ - ысын Рәсәй гражданының төп сифаттары булыуын күрҙе.


Фото 7-се мәктәп архивынан.

Автор:Юлия Новоженина
Читайте нас: