Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель , 17:33

Үҙ эшен ысын йөрәктән башҡара

Ишембайҙа йәшәүсе, “Вышивалочка & EmbrOlly” оҫтаханаһы хужабикәһе Ольга Нилова “Татлы төбәк” туристик сувенирҙар линейкаһын әҙерләй. Баллы кәрәҙҙәргә бүленгән Башҡортостан контуры. Бындай логотип үҙенең бренды өсөн “Татлы төбәк” туристик сувенирҙарын Ольга Николаевна һайлаған. Ул идеяны күп тапҡыр яңынан ҡарап, эскиздарҙы үҙгәртә, һәр турист үҙе менән алып китергә теләгән Башҡортостандың символын эҙләй.

2019 йылда уның яратҡан эшен бизнесҡа әйләндереү идеяһы килеп тыуа. Ярҙам һорап Ишембай районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Уға ярҙам итеп профессиональ сигеү машинаһы һатып алыу өсөн аҡса бүлгәндәр. Ольга Нилова байтаҡ ҡына сумма өҫтәп, кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә Ишембайҙа Ольга Нилованың күркәм оҫтаханаһы барлыҡҡа килде. Унда сувенир продукцияһы әҙерләнә һәм кейемдәр ремонтлана. Үҙенсәлеге – төрлө орнаменттар, яҙыуҙар, һүрәттәр менән сигеү. Был маҡсаттар өсөн сәнәғәт машинаһын эшҡыуар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы буйынса субсидиялар средстволарына һатып алған.

Пандемияға бәйле ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, оҫтахана бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан һәм яңы йүнәлештә үҫешә - туристик сувенир продукцияһын етештерә.
2022 йылда Ольга Нилова «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының «Төбәктең туристик сувенирҙары линейкаһы» номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат була. Һәм үҫешендә яңы этәргес - үҙенең магазинын булдырған. Әле линейкала 60-ҡа яҡын изделие иҫәпләнә. Ул иһә һабын, шәмдәр, футболкалар, мендәрҙәр, таҫтамал һәм башҡалар. Әйберҙәрҙең бер өлөшөн Ольга Нилова маркетплейстар аша һата, күп кенә тауарҙар яҡындарына бүләк йәки Башҡортостан тураһында хәтирәләр сифатында сит илгә китә. Күп кенә изделиелар Ишембай оҫтаханаһында урынлаштырылған.

Быйыл 23 мартта Эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Башҡортостанда бизнесмы? Еңел генә!” тип аталған Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар шулай уҡ Ольга Нилованың продукцияһы менән таныша алған.

- Беҙҙең район эшҡыуарҙарының уникаль продукцияны федераль кимәлдә күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн күргәҙмә - ул тәжрибә уртаҡлашыу, Рәсәй төбәктәрендә яңы партнерҙар табыу һәм киләсәккә пландар ҡороу мөмкинлеге. Мин мөмкин тиклем үҙемдең продукциям, үҙем һәм тотош район тураһында һөйләргә тырыштым. Беҙҙең стенд янында кешеләр күп ине. Күргәҙмәлә күп кешеләр һәм компаниялар беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһынды, уларҙы нисек һатып алырға һәм башҡалар хаҡында белеште. Сувенир эштәрем һәм изделиеларым ярҙамында мин үҙемдең бәләкәй ватаным тураһында һөйләйем. Әле Ишембайға һәм Башҡортостан нефтен асыусыларға арналған сувенирҙар линейкаһын әҙерләйем. Хәҙер рәссамдар ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарын төшөрә. Һәм мөмкин тиклем үҙемдең ҡаламды күрһәтергә теләйем, - ти бизнес-леди Ольга Николаевна.

Өфөнөң биш магазинында оҫтахана хужаһының “Татлы төбәк” туристик сувенирҙар линейкаһы һатыла ла инде. Продукция ҙур ихтыяж менән ҡуллана, һәм ул уникаль. Бизнес-ледиҙың артабанғы пландары ла ҙур. Һатып алыусылар башлыса бәләкәй сувенир таҫтамалға, һабынға заказ бирә. Һабынды Петровск ауылы оҫтаһы ҡоя. Ул ҡатындың үҙенең һабын ҡайнатыу студияһы бар. Ольга Нилова үҙенсәлекле әйберҙәр эшләй белгән башҡа оҫталар менән дә хеҙмәттәшлек итә, шул рәүешле уларҙы ла алға әйҙәй. Әйтеүебеҙсә, шәхси һәм корпоратив заказдар ғына байтаҡ.

Шуға күрә Ольга Николаевнаға төнгә тиклем эшләргә тура килә. Материалдар буйынса ул бик күп фабрикалар менән хеҙмәттәшлек итә. Үткән йыл аҙағында яңы идеялар тыуҙырыу өсөн айырым бина барлыҡҡа килгән.

- Был үҙ продукцияңды етештереү генә түгел, ә быларҙың барыһы ла нисек эшләнеүен күрһәтеү. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу. Мин һәр саҡ хеҙмәттәшлек, ҡыҙыҡлы идеялар өсөн асыҡ. Быйыл беҙҙең райондан субсидиялар алыуға ҡатнашырға тырышасаҡмын. Булған мөмкинлектәрҙе бойомға ашырырға һәм киңәйтергә, етештереү күләмен һәм һатыу нөктәләрен арттырырға теләгән яңы проекттар бар. Миңә әлеге ваҡытта ярҙамсы хеҙмәткәр кәрәк. Эшем миңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Мәҫәлән, кемдәлер үҙ ҡулдарым менән эшләгән әйберҙәрҙе күрһәм, йөрәгем шатлыҡтан тирбәлә. Сөнки мин барыһын да һөйөү менән эшләйем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ольга Нилова.

 

Әйткәндәй, үҙ эшеңде асырға теләүселәр РБ Инвестиция порталы аша https://investrb.ru/ru/ мәғлүмәт алырға мөмкин.


Фото шәхси архивтан.

Үҙ эшен ысын йөрәктән башҡара
Үҙ эшен ысын йөрәктән башҡара
Үҙ эшен ысын йөрәктән башҡара
Үҙ эшен ысын йөрәктән башҡара
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: