Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 10:00

Апрель айына һынамыштар

* Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.

Апрель айына һынамыштар
Апрель айына һынамыштар

Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы - йылы йәйгә.
* Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
* Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.
* 6 апрелдә һандуғас һайраһа – йылыға, ҡыҙылтүш һайраһа - һыуыҡҡа.
* 7 апрелдә ҡыйыҡта ҡар булһа, тағы бер ай самаһы ҡар ятыр.
* 8 апрель ниндәй булһа, 8 октябрь ҙә шундай.

 

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

Автор:
Читайте нас: