Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 09:00

Ифтар – һауаплы мәжлес

Изге Рамаҙан айында Иҫәкәй ауылының Ән Нур мәсетендә халыҡты рухи яҡтан яҡынайтыусы ифтар мәжлестәре уҙа.

Ифтар – һауаплы мәжлес
Ифтар – һауаплы мәжлес

Аллаһтың барлығын, берлеген танып, тыйғандарынан тыйылып, ҡушҡандарын үтәп, ураҙа тотоусылар быйыл бихисап.

Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр башҡарып ҡалырға тырышҡан ауылдаштар көнө буйы ашһыҙ-һыуһыҙ торғандан һуң, хәләл ризыҡтар менән ауыҙ асырға, тип мәҗлескә йыйыла. Ауыҙ асырға килгәндәр бер-береһе менән ихлас аралашып, әрүәхтәргә бағышлатып аят уҡыйҙар, яу яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙ именлегенә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылалар.

Ифтарҙан һуң ир-егеттәр мәсеттә тәрәүих намаҙына йыйыла.

Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, ай дауамында алған һабаҡтар тормошобоҙҙо нурлаһын, Рамаҙан айы мөбәрәк, сауаптары насип булһын. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен!

Ифтар – һауаплы мәжлес
Ифтар – һауаплы мәжлес
Ифтар – һауаплы мәжлес
Автор:Мәҙинә Алтынбаева.
Читайте нас: