Ҡоштар - улар өмөт, иреклек, тыныслыҡ символы.Юҡҡа ғынамы ни уларҙың образдары элек-электән халыҡ ижадында ҙур урын алған, һуңынан әҙәбиәттә, сәнғәттә ҡулланылған. Ҡоштар ҡайтыуын, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, тик яҡшыға ғына юрайбыҙ - ошо күренештән ниндәйҙер тылсым көтәбеҙ. Бына-бына яҡшы, матур хәбәр ишетербеҙ төҫлө. Ышанабыҙ, өмөтләнәбеҙ - тимәк, тормош, нисек кенә булмаһын, үҙ ағышы менән дауам итә.
...Махсус хәрби операцияға киткән яҡташтарыбыҙ ҙа ошо ҡоштар һымаҡ тыуған яғына ҡыуанып ҡайтһын һәм бөтәбеҙҙе лә бәхет, шатлыҡ солғап алһын. Быйылғы ҡоштарҙың хәбәрен тик яҡшыға ғына юрайыҡ!
Гөлназ Ғиниәтуллина видеоһы.