Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март , 17:45

Халыҡты ла ҡабул итте, техниканы ла тикшерҙе

Бөгөн, 22 мартта, БР дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров эш сәфәре менән Ишембайҙа булды.

Халыҡты ла ҡабул итте, техниканы ла тикшерҙе
Халыҡты ла ҡабул итте, техниканы ла тикшерҙе

Урал Салауат улы ҡалабыҙҙа граждандарҙы борсоған һорауҙары буйынса ҡабул итте.

- Беҙ йыл буйы ай һайын ике-өс районға сығабыҙ. Күҙмә-күҙ һөйләшеү күп проблемаларҙы урында хәл итергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ әлеге ваҡытта беҙҙең бурыс - ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү. Инспекторҙар менән хужалыҡтарға сығып, техниканың яҙғы эштәргә әҙерлеген тикшерәбеҙ, - тип уртаҡлашты ул.

Ишембайҙар төрлө һорау менән мөрәжәғәт итте: тағылманв страховкалау кәрәкме, документы булмаған тракторҙы нисек теркәргә, А2, А3 категориялы трактор танытмаһына ҡайҙа уҡырға була, күсмә атракциондарға ваҡытлыса теркәлеү кәрәкме һ. б.

Граждандарҙы ҡабул иткәндән һуң, Урал Искәндәров «Едих» крәҫтиән-фермер хужалығында булып, техниканың яҙғы сәсеүгә әҙерлеген тикшерҙе.

Автор фотолары.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: