Маҡар ауылының "Зөһрә" мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Ауылдың уңған "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары Иҫәкәй һәм Ибрай ауылы ағинәйҙәрен һәм ир-егеттәрҙе ифтар мәжлесенә йыйҙы.
Маҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Юлай хәҙрәт илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡыны.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!