Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 21:30

Ауыл хәбәрҙәре

19 март көндө Һайран ауылының "Йәмилә" мәсетендә ифтар - ауыҙ асыу мәжлесе ойошторолдо.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт, махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аяттар уҡылды, хәйерҙәр һалынды. Ошо мәжлесте ойоштороусылар, һый-хөрмәт әҙерләгән хужабикәләр Хайбуллина Рәсимә, Хәсәнова Рүзәлиә, Йәмилова Зилә апайҙарға ҙур рәхмәт!

Мәжлескә һәр кем үҙ өйөнән сыҡҡан зәҡәт өлөшө булһын тип килтерелгән тәмле бәлештәрҙән, һәр төрлө тәмлекәстәрҙән мул табын ҡоролдо.

Мәжлескә тырышлыҡ һалған ауылдаштарыма Аллаһы Тәғәлә әжер-сауаптарын үҙе тултырып бирһен. Сабырлыҡ, тәрбиә айы булған Рамаҙан шәриф айы мөбәрәк булһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Зөлфиә ҒӘЗИЗОВА.
Читайте нас: