Динә - Гөлзада менән Ғайса Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә дүрт малай араһында бер бөртөк ҡыҙ бала. Төпсөк булғас әсәй-атаһы, ағайҙары яғынан иркә-наҙға, мөхәббәткә төрөнөп кенә үҫә, гел иғтибар үҙәгендә була. Бәләкәйҙән әсәһенә ярҙамлашып, һауыт-һаба йыуыша, аш-һыу әҙерләшә.
- Бала саҡтағы бер ваҡиға хәтеремдә ҡалған: мәктәптән һуң әсәйемдең эргәһенә балалар баҡсаһына бара торғайным. Шулай бер көндө әсәйем: “Өйҙә икмәк бөтөргә тора, мин ҡайтыуға әсетеп ҡуй”, тип ҡайтарып ебәрҙе. Шунан алып тәүҙә икмәк бешереүҙең ярты эшен генә башҡарһам, аҙаҡ был эш тулыһынса үҙ өҫтөмә төштө, - тип хәтерләй ул.
Динә әсәһенең булышлығы, үҙенең тырышлығы менән эшкә әрһеҙ булып үҫә. Ҙур ғаиләне ҡарау өсөн бик егәрле, сос булырға кәрәк шул! Мәктәптә иһә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, рус теле һәм әҙәбиәтен яратып уҡый. Музыка дәресен оҡшата.
- Уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе, белем иленә ишек асыусы беренсе уҡытыусым Зифа Зөфәр ҡыҙы Ғарифуллинаға, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятҡан Рәсимә Әхмәтғәли ҡыҙы Ғәйнетдиноваға рәхмәтлемен. Улар мәрхәмәтле, аңлаусан, иғтибарлы булыуҙары менән минең күңелемдә ҡалғандар. Уҡытыусыларымдан үрнәк алырға тырышам, улар менән һоҡланам һәм хөрмәт итәм. Ә иһә музыка уҡытыусыһы Нурия Ғаммар ҡыҙы Әбүбәкирова минең йырлау һәләтемде үҫтереп, йыр барышында нисек дөрөҫ тын алырға өйрәтте, - ти Динә.
Үҙ остаздарын хөрмәт менән иҫкә алған ҡыҙ үҙе лә мәктәп тамамлағас уҡытыусы һөнәрен һайлай. Был уның бала саҡ хыялы.
- Балалар баҡсаһынан ҡайтам да, өс бөртөк уйынсығымды ултырғысҡа ултыртып, алдарына ручка, ҡағыҙ һалам. Шунан тәрбиәсебеҙ Зөһрә апай кеүек әрләйәрләй уҡытам тегеләрҙе. Шуға мы икән әле үҙем дә уҫал ғына уҡытыусымын, - тип йылмая ул.
Өфөлә уҡырға хыялланған Динәне атаһы тәүҙә бер ҙә алыҫ араға ебәрергә теләмәй. Аңлашыла, бер бөртөк һөйөклө ҡыҙҙарын әсә-атаһы яҡындараҡ уҡытырға теләй, тик маҡсатлы яҡташыбыҙ үҙ уйын тормошҡа ашыра - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжына башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә.
- Ҙур ҡаланың ритмына өйрәнеп китеү, аҙашып, оялып ҡына йөрөүҙәр – былар барыһы ла тәүҙә булды, әлбиттә. Яйлап икенсе райондарҙан килгән курсташ ҡыҙҙар менән өйрәнеп киттек, - ти ул.
Студент йылдарында яҡташыбыҙ университеттың театр һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөп, сәхнәлә сығыш яһай. Уҡыуҙа ла гел алдынғылар рәтендә була. “Студент тормошо бер китапҡа торошло мәл: тәмен тоя белеп, ғорур үтер кәрәк был мажаралы ваҡытты”, тигән уйҙа Динә. Хәҙер инде ул ошо уҡ уҡыу йортонда башҡорт филологияһы факультетында ситтән тороп юғары белем ала һәм Өфө ҡалаһының 95-се белем биреү үҙәгендә уҡыта. Шулай уҡ ул интернет селтәрендә блогер булараҡ тәүге аҙымдарын яһай.
- Мин әле блогер булараҡ башлап ҡына торам, ә күпме ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышып өлгөрҙөм. Иң мөһиме, минең яҡындарым был яңы шөғөлөмә ҡаршы түгел, киреһенсә, үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ. Әлегә күп нәмәләрҙе белмәйем, өйрәнергә лә өйрәнергә. Барыһы ла алда әле! – тип уртаҡлашты Динә яңы шөғөлө тураһында.
Әхирәт ҡыҙҙарҙың береһе бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланһа, икенсеһе табип һөнәрен һайлай.
- Бала саҡтан үҙемде аҡ халатта ғына күрҙем. Кешеләргә ярҙам итеү - оло теләгем. Мине имтихандарға әҙерләгән, төплө белем биргән Зилә Абдулхаҡ ҡыҙы Баһауетдиноваға рәхмәтлемен, - ти Зөлфиә.
Ул Рәсимә һәм Рәсүл Ғәйнетдиновтар ғаиләһендә тыуып-үҫә. Ғаилә башлығы Рәсүл Миңлеғәле улы оҙаҡ йылдар ветеринар табип булып эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Рәсимә Әхмәтғәли ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Зөлфиә лә Динә кеүек мәктәпте тик йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.
- Мәктәп йылдары - иң сағыу мәлдәрҙең береһе. Мәктәбемде, уҡытыусыларымды һағынып иҫкә алам. Юғары Этҡол урта мәктәбендә белем алдым, тип ғорурланып әйтә алам. Төрлө олимпиадаларҙа, конференцияларҙа йыш ҡатнаштым. Иң иҫтә ҡалғаны - «Йыл уҡыусыһы» конкурсында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүем, - тип хәтерләй ул.
Бөгөн Зөлфиә Башҡорт дәүләт медицина университетының медик-профилактика факультетында 6-сы курста уҡый.
- Был факультеттың үҙенсәлеге бар – беҙҙең маҡсат төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау, бигерәк тә кешелек өсөн ҡурҡыныс булған ауырыуҙарҙы булдырмау. Сөнки тәжрибә күрһәтеүенсә, күп ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә мөһимерәк һәм отошлораҡ. Мин гигиена һәм эпидемиология үҙәге эксперты йәки дауаханала эпидемиолог булып эшләй аласаҡмын. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, булдырмау маҡсатынан төрлө профилактик саралар үткәреү, тикшереү органы булараҡ төрлө учреждениеларҙа гигиена талаптарын үтәүҙе, нормала тотоуҙы талап итеү. Тимәк, минең һөнәремдең нигеҙе - ул гигиена, - тип аңлатты Зөлфиә.
- Уҡыу тәүге йылдарҙа ауырыраҡ бирелде, сөнки ҙур ҡалаға күсеп килгәс бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Ғаиләмде, ауылымды ныҡ һағына торғайным. Беренсе курстан уҡ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм. Университетта дүртенсе курстан һуң өҫтәлмә уҡып, имтихан тапшырып, шәфҡәт туташы дипломын алырға була. Мин дә, был мөмкинлектән файҙаланып, төрлө медицина бүлексәһендә эшләй алған шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерҙем. Тимәк, уҡып та, эшләп йөрөргә лә мөмкин. Шулай уҡ медицина өлкәһенә ҡараған төрлө курстар үтеп, өҫтәлмә һөнәр алып эшләргә була. Мин, мәҫәлән, массажист һөнәрен үҙләштереп, эшләп алдым.
Студент тормошо, әлбиттә, уҡыу-эшләүҙән генә тормай. Зөлфиә лә төрлө концерт-киноларға, театрҙарға йөрөргә ярата. Хатта стипендияһын йыйып йыл да дуҫтары менән сәйәхәт итә.
Тиҙҙән мәктәпте тамамлап, студент буласаҡ уҡыусыларға Динә менән Зөлфиә һәр саҡ үҙең булып ҡалыуҙарын теләне.
- Талантың бар икән, мотлаҡ уны күрһәтергә кәрәк. Хаталанырға ҡурҡмағыҙ - яңылышыуҙар кешене үҫтерә, үҙ аллы тормош юлына әҙерләй. Уҡыу йортон һайлағанда, ҡайҙа теләйһегеҙ - шунда барығыҙ. Һәр кем үҙ мөмкинселектәрен үҙе белә, шулай ҙа юғарыраҡ өлкәгә ынтылығыҙ. Тырыш булһаң, дәрестәргә йөрөһәң, имтихандар ҙа еңел бирелә, - тигән фекерҙә ҡыҙҙар.
Уҡып та, эшләп тә өлгөргән Динә һәм Зөлфиә менән яҡташтары, һис шикһеҙ, ғорурлана ала. Бөгөнгө көн йәштәр алдына бихисап талап ҡуя. Улар маҡсатлы ла, әүҙем дә, өлгөр ҙә булырға тейеш. Ошо талаптарҙың барыһына ла өлгәшеп, тормош “дилбегәһен” лайыҡлы тарта Этҡол ҡыҙҙары.
Фотолар шәхси архивтан.