Дауалау ысулдары:
1. Янған, күгәргән ерҙәрҙе, яраларҙы бөтөрөү өсөн, япраҡтарынан бутҡа яһап, сирле ергә һылап, бинт менән бәйләргә. 2-3 сәғәттән повязканы алыштырырға.
2. Артрит, артроздан аҡса гөлөнөң 10-15 япраҡ һутын һығып, быуындарға йоҡо алдынан һөртөргә.
3. Тонзиллиттан 10 япраҡ һутын һығып, 200 мл һыу ҡушып, көнөнә 3-5 тапҡыр сайҡатырға.
4. Ирендәге герпестан бер нисә япраҡтың һутын һығып, 30 минут һайын герпесҡа һыларға. Йәки һутты мамыҡҡа һеңдереп, герпесҡа ҡуйып, лейкопластырь менән нығытып ҡуйырға.
5. Геморройҙан уртаға ярылған япраҡты ҡуйырға. Шунда уҡ файҙаһы буласаҡ.
Иғтибар! Аҡса гөлөндә юғары концентрациялы мышьяҡ бар. Саманан артыҡ ҡулланырға ярамай!
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина