Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль , 17:00

Был донъялар әллә ожмах микән?..

- Әлүү!Әлүү Әлүү! Әллә аҡсаһы бөттө инде...

Был донъялар әллә ожмах микән?..
Был донъялар әллә ожмах микән?..
- Алло, инәй, ишетәм, һөйлә!
- Әә, ишетеләме?! Баянан бирле шылтыратам.. Түңәрәге өрөлөп тик торасы. Әлүүү! Хәлдәр былайыраҡ әле уыл. Эзвиз алдым, бумала алдым, бер шампан алдым. Үәт. Ялыңда килеп ,өйҙө бер төрлө итеп китәңме әллә? Үрмәксе ауҙары күбәйеп китте, яман булып торалар. Киләлмәһаң, сразы әйт, СыПыТыУы ҡыҙҙарын яллайым.
- Ярай, киләм, инәй.
- Ярай, булды, алайһа. Әәә,мунсаға һыу ташытайым Сәлихйәндән.
- Үҙең ҡара. Ярай, ташыт һуң.
- Пака!
Шәкирә инәй шылтыратһа,оҙон -оҙаҡ һөйләшмәй ул.Аҡсаһы тиҙ бөтә, ти ҙә,телефонын һүндерә һала.
Мин уны Шәкәриә инәй,тип йөрөтәм.Теле татлы,баллы булған өсөн түгел,киреһенсә,бик әсе телле инәй.
Йөҙө емерелеп,һор ҡарап ҡаршы алһа,Шәкәриә инәй,шәпме,тип ҡосаҡлап алһам,ирей ҙә ҡуя :ҡарағусҡыл йөҙө яҡтырып, ,күҙҙәре балҡып китә инде.Кемгә килешмәһен йылы һүҙ!
Сибайҙа күҙенә операция эшләтеп ята ине инәй..Бағыр кешеһе лә булмағас,үҙемә алып ҡайттым.Өс көн торҙо беҙҙә.Табип яҙған
дарыуҙарҙы күҙенә ваҡытында тамыҙырға кәрәк,артыҡ көсәнергә,эйелергә ярамай,тинеләр.Ҡулдан килгәнемсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттем:һалмалар ҡырҡып ашаттым,ҡоймаҡтар ҡойҙом, өҫтө-башын йыуып,сәсен тарап үреп,дүртенсе көн тигәндә өйөнә алып барып ҡуйҙым.Өс көн тауыҡтарын теленән төшөрмәне,туңышып ҡына бөттөләр инде,тип,себештәре өсөн хафаланды.
Шулай танышып,дуҫлашып киттек.
Әмәле сыҡҡан һайын барғылап торҙом,мунса яғып төшөрҙөм,баҙарға йөрөттөм,керен йыуҙым,һыуын ташып биреп киттем.Яңғыҙ инәй ине,бер туған ҡусты-апайҙары китеп бөткәндәр, ә инәй уларҙың балалары менән артыҡ ҡатышмай ине.Шул теле арҡаһындалыр инде.
Дин юлында йөрөгән Руслан тигән егет май алып килеп ,Әпектән Әхмәт исемле алыҫ ҡына туғаны шешә менән һөт алып килеп китәләр ине.
-Малды көтөүе анһаттыр шул,-ти инәй,хаҡын еткерә түләй,тинен дә кәметтермәй ине. Ғөмүмән ,инәй ғәҙел,тура һүҙле ине.Бер кемде алдаманы,кешенекен алманы,хатта,берәйһе хәйер бирһә,аят уҡый белмәйем,оят булыр,тип ,бер ҡулъяулыҡ та алмаҫҡа тырыша ине.Донъя ҡыуманы,сепрәк-сапраҡ йыйманы.
Кеше менән әллә ней аралашманы,ҡапҡаһын гел генә эстән элеп ултырҙы.Мәрхүмә һеңлеһенең улы Сәлихйән ағай айына бер москвичына һалып тауыҡтарға ем алып килер ине.Уныһы мәрйә ҡатыны менән әллә ҡасан уҡ айырылышҡандар,әммә икеһе лә бер фатирҙа йәшәйҙәр,сөнки донъяларын бүлешә алмайҙар ине лә,Сәлихйән ағай инәйҙең өйөнә өмөт итеп йөрөүселәрҙең береһе ине.
-Мин үлгәс,ана ,ҡустың менән бүлешерһегеҙ.Өйҙө икегеҙгә ғәҙел итеп бүлеп яҙып китәм!-инәй ике улына ла бер тиң ҡарай.
Мәрхүм кинйә ҡустыһының улы Камил ағай ҙа инәйҙең өйөнә дәғүә итеүсе.Уныһының бисәһе юҡ.Инәйҙәренә ҡарата ул икәүҙең береһенең зыяны икенсеһенә ҡарағанда кәмерәк булып ,файҙалары ла береһенекенән икенсеһенеке артығыраҡ түгел ине,буғай.
Ана,Сәлихйәне мунсаға һыу ташыған ,ә Камилы утынға ,тип алама таҡталарҙы онтап киткән.
Уҫал инәй тиһәм дә,ҡояш кеүек яҡтырып,йылмайып йөрөгән саҡтары ла була.
Яңы тыуған көнгә һөйөнөр ине:
-Әлүүү,Сулпан,күрҙеңме,бөгөн ҡояш бигерәк матур булып ҡалҡты.Врач ҡояшҡа ҡарарға ярамай,тиһә лә,ҡарап торҙом-Хоҙайҙың хикмәте!
Йәки,ана үлә,бына үлә,тип торған себеше һин дә мин йүгереп китһә,сабый һымаҡ шатланыр ине:
-Иии,сипуғымды минең,терелеп китте бит!
Бер бесәй эйәләшеп алғайны,уны маҡтаны:
-Ҡырамыс ҡынам минең, ,сысҡанға көн бөттө,былай булғас!
Тауыҡты күп итеп көттө,бер бөртөгөн һуйып ашаманы,йәлләне.Көҙгө себештәрен өйөндә көттө.
-Аяҡтарына һыуыҡ тейгән,суставтары шешкән,тип,йылы мейес эргәһенә буй балаҫтар түшәп,шунда торҙо себештәре.
Теремегерәк себештәр өҫтәлгә лә осоп менгеләйҙәр,диван башында ла төнәгеләйҙәр,бахырҙар.
Инәйҙең ике баҡсаһы булып,яҙ һайын алмағастар,сейәләр күперешеп сәскә атырҙар ине.Шул ағастарын утын һымаҡ ҡатып бөткән ҡулдары менән һөйөп ярата ине,хатта үпәс итеп ала ине.
-Был донъялар әллә ожмах микән?-тип алмағастың сәскәләренә һоҡланып ҡарап торғайны бер көндө.Мунса эргәһендәге ҡарт алмағасы бигерәк матур ине!!!Уның сәскәһе лә эрерәк,еҫе лә хушлыраҡ ине.Әллә,миңә шулай һымаҡ ине.
Йәкшәмбе етеп,инәйгә килдем.Алты мөйөшлө йәтеш кенә өйҙө,төшкә тиклем ағартып,йыуып сыҡтым.
Өй инәйҙең үҙе менән ҡуша ,,ҡартайып" килә,солан ишеге һөйрәлеп кенә асыла,тәҙрә ҡапҡастары ла ҡыйшайышып ҡына торалар.
Инәйем өҫтәл әҙерләне,тәмле-татлыларын теҙҙе,магазин билмәне бешерҙе.Өҫтәлгә ,,шап" итеп шампанды килтереп ултыртты.
-Яман ҡарап ултырма,һыныҡ яҙыр өсөн ул.Ана бит әллә күпме эш атҡарып сыҡтың,-сынаяҡтарға шампан ҡойҙо,-рәхмәт,ҡыҙым,әйҙә аш алдынан берәрҙе ялпайтып ҡуяйыҡ.Динем өсөн түгел,көнөм өсөн!Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын!
Эсмәһәң дә булмай,матур бит теләктәре,ауыҙ итеп ултырам.
-Ҡалай күркәм булып ҡалды алама донъям,-инәй ашъяулыҡ аҫтынан ике меңлекте сығарып,миңә һуҙа,-мә эш хаҡы.
-Юҡ,Шәкәриә инәй,алмайым.Ярҙам йөҙөнән һиңә эшләшәм,кәрәкмәй.
-Шулаймы?Улайһа,анау сумаҙан эсенән үҙеңә оҡшаған ғына яулыҡты һайлап алып ябын!Ҡулың мәхрүм булмаһын.Ҡулыңдың көсө бит.
Карауат аҫтынан оло сумаҙанды һөйрәтеп сығарып,иң матур яулығын һайлап ябынам.
-Ҡыҙым,шул яулыҡтарҙы мин үлгәс,хәйергә таратырһың.Һиңә әйтеп ҡуям.
-Ҡуйсы инәй,өйҙө матурайтып алып,үлергә йыйынып киттесе...Ана туғандарың таратһын...-миңә ҡыйын булып китә,баяғы шампан шауҡымы ла етте,илағыларым килә.
-Аһ-аһ,мине берәйһе бағанаға бәйләп ҡуйғанмы әллә?Мин дә китәм инде,йәшем дә арыуыҡ.Бер йән эйәһе лә китмәй ҡалмай ошо яҡты донъяларҙан.Изгеләрен дә,аламаларын да тупраҡ ала.
Мин бер ни өндәшә алмайым.
-Телеңә таш ҡаҡтыңмы әллә,нимә өндәшмәҫ булдың.Атаҡ-атаҡ,әллә иларға етеште?Куйка аҫтында гармун ултыра ине,күргәнһеңдер,уны Камил алыр.Гармунда уйнай бит.Әәәй,йә баяғолоҡ,төшкө тамаҡҡа саҡырмағанбыҙ,гармун уйнар ине.Ҡана,әпир сынаяғыңды,-инәй тағы шампан ҡоя-беҙ эсәбеҙ шараптарҙың хут ҡыҙылын,
хут ағыыын!!
Инәй һуҙып моңло итеп йырлап ебәрә.Гармун етмәй,гармууун!
-Инәй,ул гармун кемдеке һуң ул?
-Ул гармун минең мәрхүм иремдең берҙән бер иҫтәлеге.
-Бабайың бар инеме?
-Юҡ,бабай булырға өлгөрмәне,йәш кенә көйө китеп барҙы,-инәй шампанын эсеп ҡуя,-күҙемдең һыуы ағасы,әпирациянан һуң шулайта,микән?,-ҡул осонда ғына ятҡан сынаяҡ таҫтамалына күҙен һөртә,һиҙеп ултырам бит инде-инәйем илай,егете иҫенә төштө,-билмән һыуынып бөттө,ашап ултыр,ҡыҙым.Кил,кыс-кыс-кыс,билмән бирәм,-бесәйгә лә өлөш сығара.
-Бар ине минең дә иптәшем.Мин дә йәш,матур инем.Уйындарға сыға инем,көлөп -шаяра инем.Гел генә һор ҡарап йөрөгән әбей булған тиһеңме әллә?-инәйем аҙға ғына тынып тора,танауын һемгерә,күҙ йәштәрен йәнә һөртә-Ирәндектә бесән эшләп ята инем,ҡуна ятып,япа яңғыҙым.Ирәндектең атаманы,тип исем дә ҡуштылар миңә.Күбәләрҙе тарттырып бөтөп,өмә менән кәбән ҡойҙоҡ.Өмәселәрем ҡайтышып бөттөләр.Атымды тышап ебәрҙем дә,тағанға сәйнүк элеп,сәй ҡайнағанса,тип ятып торҙом.Атым ҡурпы утлап йөрөй.Ергә йылы ғына итеп ямғыр яуып үткәйне,бөгөнгөләй хәтеремдә.
Берәү әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе,ҡот китте.
-Әллә ҡурҡыттым инде?-эргәмдә бер ыздарауай егет тора,үҙе йылмая,ауыҙын йыйып алалмай,-ҡарындаш,Баймаҡҡа юлды өйрәтмәҫһеңме?
-Шул бер юл бара ла ултыра!-ныҡ асыуланып яуап ҡайтарам.
-Ай буй,ҡалай уҫал икән баймаҡтар...-үҙе йылмая һаман.
Ә мин атымды йүгәнләгәм булам,йәнәһе,һинең ҡайғың юҡ әле.Егеттәр менән тел сарлатып торорға
шәләй-үәләй ҡыҙ ыштули !
-Сәйең ҡайнап сыҡты,берәй кәсә эсерәһеңме әллә?-егетем китергә ашыҡмай .
-Ана,Таналыҡтан ятып эсерһең!
Егет машинаһына китеп барҙы.
Бер саҡ шулай киске уйынға сығып барһам,берәү сәпиттә ҡыуып етте лә:
-Әә,Ирәндектең уҫал ҡыҙы икән,тип эргәмдәр выжлап үтеп китте,саңы ғына борҙап ҡалды.
Уйындан ҡайтып барһам,ҡыуып етеп,сәпитенә ултыртып ,ҡапҡа эргәһенә алып килеп төшөрөп китте.
-Иртәгә яусы ебәрәм,өйөңдө белдем инде,ти.
Шулайтып,көҙгөһөн өйләнешеп ҡуйҙыҡ.Иң бәхетле мәлдәрем ине!
Ауырға ҡалдым,-Шәкәриә инәйем ауыр итеп көрһөндө,-ииих,нишләп кенә бар донъям бер мәлде түңкәрелеп,аҫты өҫкә килде икән?Фаилым Ирәндектән ағас тейәп төшөп килгән.Бер урыҫ иптәше түбәндәрәк көтөп ултырған.Үләне бейек булғанмылыр инде,Фаилым теге урыҫты төкөгән дә киткән.Үлде урыҫ егете,минең ирем китте төрмәгә.
Уй, үҙәктәргә үтеүе ул ҡайғыларҙың.Ҡыҙыбыҙ тыуҙы.Әсәм мине ҡарғай,һыйғыҙмай,төрөмщиктән бала таптың ,базурит иттең,тип күҙ ҙә астырмай.Үҙем эшкә китәм,кейәүгә сыҡмаған бөкөрө һеңлем баламды бағып ҡала,төшкөлөккә югереп ҡайтып ,имеҙә һалып китәм.Ул йонсоуҙарым.Ара яҡынмы һуң әле...Шулай бер ҡайтыуыма баламдың өҫтөнә яҫтыҡ төшкән,үлде ,тип ҡаршы алдылар.Күҙе уйнап ҡына ятҡан ҡыҙғынамды әрәм иттек.Донъям моңһоҙ ҡурай һымаҡ булып ҡалды.Атайым мәрхүм эргәһенә ҡуйҙыҡ Гөлсибәремде.Шунан бөтә нәмәне күтәрә һуғып,ситкә сығып киттем.Әсәйемде лә,һеңлемде лә күргем килмәне.Тамам биҙеп киттем үҙҙәренән.Баламды үлтергәндең ҡулы ҡороһон,тип ҡарғап киттем эсемдәнОрскиға заводҡа сварщик булып эшкә төштөм.Ирҙәрҙән шәберәк эшләнем.Мең сабырҙар иттем,иремде көттөм.Ҡайтманы,үлеп ҡалды тинеләр.Шулай,ҡыҙым,нужа ҡурмасын күп татыным.Егерме йыл эшләп ҡайттым,шунан ошо өйҙө һатып алдым.Алмағастар ултырттым,сәскә атҡандарын көттөм,унан емеш биргәндәрен көттөм.Ә үҙем япраҡ ярмаған ,емеш бирмәгән ҡыу ағас кеүекмен.
Ана шул алмағастарым үҙем менән бергә ҡартайҙылар.
Ә әсәйем анау, төптәге карауатта ятты.Миңә ҡалды көнө.Ҡараным,тамағына ашатып,эсерҙем,аҫтын алмаштырҙым.Ҡулдары һулыны..Бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәнек,күңелем иремәне...Ҡыҙым,китеп барһам,мине Гөлсибәр ҡыҙымдың эргәһенә ҡуйһындар ...Фәрештәм эргәһенә.
Икенсе йылы алмағастар ап аҡ сәскә атып, күперешеп ултырғанда ,Шәкирә инәй был донъяларҙан китеп барҙы.Көндөҙ мунса яҡтырған ,йыуынып сығып, алмағас төбөндәге бүкәнгә генә ултырып торған,шунда ғына ҡолап йән биргән.
Ап-аҡ ҡына күлдәктә алмағас төбөндә ята ине.Алмағастың сәскәләре ел иҫкән һайын осоп китеп, инәйҙең өҫтөнә яуалар ..
-Был донъялар әллә ожмах микән?-тигәйне бер саҡ инәй...
Теге икәү донъяны нисегерәк бүлешкәндәрҙер,белмәйем.


 
 
Сығанаҡ: vk.com/sulpan67
 
Фото: Айһылыу Вахитова
Автор:С.Тамимдар.
Читайте нас: