Йәмғиәт
20 Января 2024, 07:00

БЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨС

Һәр кем ошо яҡты донъяла йәшәгәс үҙенең тыуған ере, иле, уның үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында ҡайғыртырға тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
БЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨСБЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨС
БЕРҘӘМЛЕКТӘ – КӨС

Һарғай ауылы – ҙур булмаған башҡорт ауылы, Маҡар ауыл Советы биләмәһенә ҡарай. Етмешләп кенә йорттан торған ауылдың “Мөхәммәтшәриф” исемле матур мәсете бар. Бында йома көндәрендә ауылды иманға саҡырып аҙан тауышы яңғырап тора.

Ауылыбыҙ бигерәк матур ерҙә урынлашҡан, тауҙар, урмандар араһында ултыра. Эргәһенән генә Рәүҙәк йылғаһы сылтырап ағып ята. Килгән кешеләр һыуының таҙалығына, тәмлелегенә һоҡлана.

Һарғай ауылы халҡы Аллаһының биргән ниғмәттәренә шөкөр ҡылып, йәшәүҙән йәм табып, алдағы көндәргә өмөт бағлап йәшәй. Һис тә өмөтһөҙлөккә бирелмәй. Хәҙер ауылыбыҙ бөтөп барған ауылдар исемлегендә түгел. Ул үҫә, матурлана. Яңы йорттар ҡалҡып сыға, урамдар барлыҡҡа килә. Тиҙҙән ауылға газ үткәреү ҡарала. Был үҙе ҙур шатлыҡ бит. Урамы асфальт юл, рәхәтләнеп йәшә генә.

Ауылдаштарым ялҡаулыҡты яратмай. Хөкүмәтебеҙгә лә, үҙенә лә файҙалы кәсеп итеү менән йәшәй. Ҡаҙ, өйрәк, күркә аҫрай, малын, бал ҡорттарын үрсетә. Һарғайҙың аҫыл улы фермер Фәрүр Вәлитов тураһында халыҡ бик маҡтап һөйләй, ауыл өсөн янып-көйөп йөрөүсе кеше, тиҙәр. Ауылдаштар менән бергәлектә иман йортон һалдырыусы ла ул булды. Мәсеткә ремонт кәрәк булһа, иң беренселәрҙән булып ярҙам ҡулын һуҙа. Фермер ауылда ат үрсетеү хужалығын да алып бара. Ер, ағас эшкәртә, шуның менән һарғайҙарға, күрше ауылдарға ярҙам итә. Бар эштә лә өлгөрә Фәрүр Мансур улы. Ул оҫта ойоштороусы ла, эште еренә еткереп башҡарыусы ла. Юҡҡа ғына уны ауылдаштар депутат итеп һайламаны. “Ауылымдың сәскәгә күмелеп, һарғайҙарҙың шатланып йәшәүен теләйем”, - ти ул.

Фермерҙың пландары тормошҡа аша бара. Атабабаларыбыҙ элек-электән ойошоп йәшәргә, һәр ваҡыт берҙәм эш алып барырға ҡушҡан. Шуға ла, берҙәмлектә – көс, тип, ул һәр эште халыҡ менән берлектә алып бара. Тыуған еребеҙ – Башҡортостан. Һарғай - беҙҙең бәләкәй атайсалыбыҙ. Беҙ уны байытырға, үҫтерергә, сәскәгә күмергә, һаҡларға, тигән васыятҡа тоғро ҡалырға тейеш. Ватанды яратыу – имандың бер өлөшө, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм. Беҙ ҙә Ватаныбыҙҙы яратабыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙҙе уға арнайбыҙ, ти ауылдаштар.

Ауылыбыҙҙа “Ағинәйҙәр ҡоро” эшләп килә. Ҡатынҡыҙҙар ҡышын саңғыла шыуырға, йәйен-көҙөн скандинав йөрөүенә сығалар. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ти улар шатланып. Мәсеткә ремонт эшен башҡарыуҙа ла һынатманылар, әүҙем булдылар. Ир-егеттәр ҙә бөтә күңелдәрен биреп, Аллаһ йортона ярҙам иттеләр. 

Бына шундай халыҡ йәшәй беҙҙең ауылыбыҙҙа. Ауылыбыҙҙың иң ҙур байлығы – ауыл халҡы. 

Хөкүмәт тарафынан булдырылған Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын республика халҡы хуплап ҡаршы алды. Һарғайҙар ҙа уны тормошҡа ашырыу өҫтөндә эш башланы. Ошо программала әүҙем ҡатнашып, ауылды төҙөкләндереү, урамға асфальт йәйеү эшен башҡарып, башҡа ауылдар араһында алдынғы урынға сығып, конкурста еңеү яуланыҡ. Һөҙөмтәлә, ауыл урамына асфальт түшәлде, туҙандан ҡотолдоҡ.

Бына тағы ла алдыбыҙға ҙур һынау ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡына иң мөһим, изге эште башҡарыу кәрәк буласаҡ. Ул – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған монумент-һәйкәлде заманса матурлап төҙөргә, яңыртырға кәрәк. Изге эш ерҙә ятып ҡалмай. Шунлыҡтан ниәтебеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына өлгөртөргә ҡарар иттек. Бының өсөн тәүҙә 2024 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу кәрәклеген халыҡҡа аңлаттыҡ һәм конкурс шарттары менән таныштырҙыҡ. Маҡсат бер – быйыл да еңеп сығыу. Йыйылыш ҡарары менән инициативалы төркөм төҙөлдө.

Төркөмгә староста Ғәйзулла Усманов, Минзилә Ғарифуллина, Әнисә Хөсәйенова, Рәмил Мөхәмәҙиев, Ришат Ситдиҡов инде.

Алда беҙҙе ҙур эштәр көтә. Бик күп сараларҙа ҡатнашырға, изгелекле ғәмәлдәр ҡылырға, күңел күтәренкелеге менән йәшәргә, һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, бар эштә лә һынатмаҫҡа, ауылды төҙөкләндереүҙе үҙ эшем тип һанарға, ә иң мөһиме - монумент – һәйкәлде яңыртыу эшендә әүҙем ҡатнашырға, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында еңеп сығырға. Бар ғәмәлде Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән эшләһәк, уның ярҙамы менән еңеп сығырбыҙ был эштә лә, инша Аллаһ.

Автор:Винер СӘЛИМОВ, Һарғай ауылының имам-хатибы.
Читайте нас