Йәмғиәт
14 Января 2024, 06:00

Заманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнә

Ишембай үҙәк район дауаханаһының микрохирургия бүлексәһендә ай һайын 220-250 кешегә операция эшләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Заманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнәЗаманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнә
Заманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнә

2020 йылда Ишембай үҙәк район дауаханаһының микрохирургия бүлексәһе заманса яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителде. Һәм өс йыл эсендә алты меңдән ашыу ауырыуға операция эшләнеп, күреү һәләте ҡайтарылды. Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, республиканың төрлө райондарынан килгән кешеләргә операцияны Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре менән берлектә Ишембай табиптары яһай. Хирургия ярҙамы катаракта сиренә юлығыусыларға күрһәтелә.

Күҙ микрохирургияһы бүлексәһе заманса талаптарға тап килеп йыһазландырылған. Ишембай үҙәк район дауаханаһының микрохирургия бүлексәһен табип-офтальмолог Дилә Арыҫланова етәкләй.

- Күҙ ауырыуҙары буйынса операцияларҙы юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар булдырылған. Өлкәндәр башлыса катаракта менән сирләй, уларға операция эшләтеү өсөн баш ҡалаға барыу, сиратҡа тороу, анализдар тапшырыу һәм башҡа мәшәҡәттәр талап ителә. Ә бында табиптар Өфөнән үҙҙәре килә, - ти Ишембай үҙәк дауаханаһының баш врачы Ринат Ғәйнетдинов.

Ошо көндәрҙә Мәләүездән операцияға килгән пациент тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Бына инде 10 йылдан ашыу уның күҙҙәре күрмәй тиерлек. Ишембай күҙ микрохирургияһы бүлексәһенә тома һуҡыр тиерлек хәлдә килә: уң күҙе - ҡул хәрәкәтен генә айырһа, һул күҙенең яҡтылыҡҡа, төҫтәргә генә реакцияһы була. Пациенттың уң күҙенә операция яһала. Әлеге ваҡытта пациенттың күреү һәләте бер аҙ яҡшырған. 1-2 ай үткәс һул күҙенә лә операция эшләү күҙаллана. Ул хирург Ренат Ҡаҙаҡбаевҡа, операция шәфҡәт туташы Рәсимә Йомағоловаға, шәфҡәт туташы Рената Сабитоваға ҙур рәхмәт белдерә. Ҡатын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ейәнен тиҙерәк күрергә хыяллана.

 

Фото: https://vk.com/ishimbaycrb

Заманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнә
Заманса операциялар үҙебеҙҙә эшләнә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас