Район халҡы, предприятие, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ярҙам итергә, иғтибарҙан өҙмәҫкә тырыша. Тыуған ерҙән алыҫта ил именлеге өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙға беҙҙең иңде тойоу мөһим.
Завод эшсәндәре яугир-яҡташтарға үҙҙәре әҙерләгән 10 шыйыҡ яғыулыҡ мейесен һәм ҡышҡы әйберҙәр ебәрҙе, уларҙың күбеһен предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡулдары менән бәйләгән.
- Мейес өлгөһө үткән йылдың аҙағында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальондың миномет батареяһында баҫыу һынауҙарын үтте, - тип һөйләй предприятиеның беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Ринат Йөҙлөбаев. - Яугирҙар был изделиеның өҫтөнлөгөн юғары баһаланы, солярка һәм эшкәртелгән май уға яғыулыҡ булып хеҙмәт итә.
Фото: https://vk.com/mkvityaz