

Азамат Фәрит улы ҡатыны Айгөл Хәниф ҡыҙы менән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙың ғаиләләрендә булып, бүләктәрҙе шәхсән тапшырып, яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап сыҡты. Шулай уҡ ғаиләне тәбрикләргә муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов килде.
- «Теләктәр шыршыһы»на хатты Эмма ҡыҙым менән икәүләп яҙҙыҡ. Ләкин хыялыбыҙ тормошҡа тиҙ ашыр, тип уйламағайныҡ, - тип ҡаршы алды беҙҙе алты йәшлек ҡыҙҙың әсәһе Миләүшә Хөснөтдинова. – Эмма быға тиклем балалар баҡсаһына йөрөнө, сирләп операция үткәргәндән һуң аяҡҡа баҫалманы. Роликтарҙа йөрөргә өйрәнеү теләге хыялда ғына ҡалды. Ҡыҙым ишетә, тауышҡа реакцияһы бар. Шуға ла «аҡыллы колонка» һорап яҙғайныҡ. Азамат Фәрит улына һәм уның ғаиләһенә хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙары өсөн ҙур рәхмәт.
Белеүебеҙсә, төбәктә 2024 йыл рәсми рәүештә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде. Ошо сара сиктәрендә Азамат Абдрахманов республика Башлығы Радий Хәбировтың бүләктәрен ҡатнаш төрҙәге 29-сы «Аист» балалар баҡсаһы һәм Ишембай психоневрология интернаты тәрбиәләнеүселәренә тапшырҙы.
- Һеҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән яҡынлашып килгән байрамдар менән ихлас ҡотларға рөхсәт итегеҙ, - тип һүҙ башланы Азамат Абдрахманов. – Беҙҙең республика сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндергән учреждениеларға бюджеттан ҙур аҡса бүлә, ярҙам күрһәтә. Киләһе йылда һеҙҙең интернатты ремонтлау һәм матди-техник базаны яңыртыу көтөлә. Шулай уҡ учреждение территорияһын төҙөкләндереү планлаштырылған. Барығыҙға ла именлек, сабырлыҡ, уңыштар һәм күңел тыныслығы теләйем.
Автор фотолары һәм видеоһы.