

Уның булмышы “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәлде раҫлай. Төрлө яҡлы талант эйәһе булараҡ, уның үҙен һынамаған өлкәһе булдымы икән?! Ауыл хужалығы институтын тамамлап, белеме буйынса иҡтисадсы булһа, төҙөлөш өлкәһендә лә үҙен оҫта итеп танытты. Үҙенә һәм улдарына нисәмә йорт һалыуҙан тыш, күпме кешене өйлө итте икән?! Көндөҙ журналист булараҡ, эш буйынса төрлө сараларҙан репортаждар эшләһә, төндәрен, яҙыусыға әйләнеп, хикәйәләр, драмалар яҙа ине.
“Иң шәп яҙыла торған ваҡытым иртәнге 4 менән 5 араһы”, - ти торғайны ул. Шағир булмаһа ла, шиғриәттән дә йыраҡ булманы, байрамдарға һәр беребеҙгә арнап шиғыр сығара торғайны. Гәзиттә баҫтырығыҙ әле, тип редакцияға килтергән ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙҙың сейле-бешле рифмаға ла һалынмаған “шиғырҙарын” шунда уҡ уға ышанып тоттора инек. Ә ул тегеләрҙе алып ҡайтып китә лә, иртәгәһенә ып-ысын көлөп торған шиғырҙар тотоп килеп инә. “Кеше өмөтләнеп килтергән бит. Дәрте һүнмәһен. Бәлки, киләсәктә бөйөк шағир булып китер”, - ти ине.
Редакцияла ауыл хужалығы бүлеген етәкләһә лә, Мөҙәрис ағайҙың гәзит биттәрендәге яҙыуҙары баҫыу-иген, ферма-мал темаһы менән генә сикләнмәне, теләһә ниндәй өлкәне лә берҙәй яҡтырта ине. Рәсми генә яҙылырға тейеш кеүек, ул тиклем бик үк күңелле тема ла булмаған ауыл хужалығын шул тиклем дә ҡыҙыҡлы итеп, йәнләндереп нисек бирергә була икән, тип аптырап һөйләшә инек беҙ уның мәҡәләләрен баҫмаға әҙерләгәндә. Ағайыбыҙ бик оҫта ине ул яҡҡа, һәр нәмәнең дә, урыҫтар әйтмешләй, “изюминка”һын табыу һәләтенә эйә ине.
Үҙенең үткер ҡәләме, тура һүҙе менән гәзит уҡыусыларҙың яратҡан авторына әйләнде ул. Бигерәк тә уның “Булған хәл”дәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар ине. Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙарға барғанда “Багаев килмәнеме ни?”, “Икенсе килгәндә Багаевты ла алып килегеҙ әле?”, “Багаевты күберәк баҫтырһағыҙ, яҙылабыҙ” тиеүҙәре генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Талантлы коллегабыҙ хаҡында тағы ла бик күп йылы һүҙҙәр яҙырға булыр ине. Ине, ине... тип кенә яҙырға ҡалды шул. Арабыҙҙын иртәрәк китһә лә, ул үҙенең исемен мәңгелеккә тарих биттәренә яҙып ҡалдырҙы. Ул уның тыуҙырған әҫәрҙәрендә, ҡуйылған драма-спектаклдәрендә йәшәйәсәк. Тимәк, халыҡ хәтерендә лә йәшәр.