Йәмғиәт
11 Декабря 2023, 06:00

Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, тик йылы итеп иҫкә алаһы килә. Оҙаҡ йылдар мәсетте етәкләүсе имам-хатиб Рәфҡәт хәҙрәт тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто балҡып сыҡҡайны. Дини ғилем алып ҡайтҡан йәш кенә Илшат хәҙрәт тә мәсетебеҙҙә бик күптәргә ғилем таратып өлгөрҙө. Икеһенең дә йәндәре йәннәттә булһын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендәАллаһ йорто иғтибар үҙәгендә
Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Аллаһ йорто тағы ла күркәмерәк ғибәҙәт усағына әүерелде. Ир-аттар ҙа көндәлек биш намаҙын бында башҡарырға тырыша. Йома намаҙҙарында ла халыҡ күпләп йыйыла. Бөгөн халыҡты бер йәмәғәт итеп ойоштороуға күп көс һалыусы имамдарыбыҙҙың, остаздарыбыҙҙың, мөғәллимәләрҙең хеҙмәттәрен билдәләп үтмәйенсә булмай.

Мәсет ҡарамағында динде өйрәнеү буйынса байтаҡ курстар ойошторолған. Фикх, Аҡыда кеүек фәндәрҙе имам Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов алып бара. Ул Рощинский ҡасабаһы имамы Нәзирулла хәҙрәт менән берлектә районыбыҙ имамдары өсөн дә уҡыуҙар ойошторҙо. Рәсүл хәҙрәт сығышы менән Белореттан. Бөрйән, Хәйбулла райондарының мөхтәсибе вазифаһын башҡарған, әлеге ваҡытта Рәсәй ғалимдары советында ҡатнашыусы булып тора. Илнур хәҙрәт саҡырыуы буйынса ҡалабыҙға ғаиләһе менән күсеп килеп, ең һыҙғанып эшкә лә тотондо. Уның башланғысы менән район имамдары менән берлектә Аҡһаҡалдар ҡоро йыйындары үткәрелеп килә. Йәнырыҫ, Урман-Бишҡаҙаҡ, Маҡар ауылдары имамдары әүҙемлек күрһәтте
был эштә. Ҡор йыйылышы ауыл Советы вәкилдәре, урындағы халыҡ менән бергә бар проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүгә, ауылдағы күп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә этәргес булды. Шулай уҡ ауылдар тарихын, уның күренекле шәхестәрен асыҡлауҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Рәсүл хәҙрәттең хәләл ефете Лилиә абыстай мөхтәсибәт ҡарамағында бик күп эштәр башланғысына юл һалды: «Хәлилә» исемле йәш ҡатындар ойошмаһы булдырҙы,
уларҙы Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәтә, төрлө күркәм саралар ҙа ойошторолоп тора. Мөхтәсибәттә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе лә уның етәкселегендә уңышлы эшләп килә.

Мәсет ҡарамағында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә айырым уҡыу-уҡытыу эштәре уңышлы ойошторолған. Башҡорт кадет корпусының директор урынбаҫары, әлеге көндә Бөтә Рәсәй Ислам университетының 4-се курс шәкерте Лилиә ханым Пәйғәмбәребеҙ салләЛлааһү ғәләйһи үәс-сәләмдең тормош юлын, бар пәйғәмбәрҙәрҙең тарихын, ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәрестәр алып бара. Был эштәр буйынса имам ярҙамсыһы Мәҙкүрә ханым гүзәл заттарыбыҙға Ҡөрьән уҡыу ҡағиҙәһен, Ислам тарихын, әхлаҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү курстарын етәкләй.

Иман юлына баҫыусыларҙың, мәсеткә йөрөүселәрҙең һәр береһе иҫләй – Ишембай мәсетендә Райхана абыстай оҙаҡ йылдар дауамында бик күптәргә оло ғилем бирҙе, ярҙам күрһәтте. Абыстайҙың ҡыҙы Айгөл ханым да мәсет ҡарамағында күп йылдар Ислам нигеҙҙәрен өйрәтә, тура юлға өндәй, хаҡ диндең серҙәрен төшөндөрә. Йәкшәмбе көндәре мәктәпкәсә йәштәге балалар уның дәрестәренә ихлас йөрөй. Балаларға ял көнөн мәсеттә уҙғарыу бик тә оҡшай, бар ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт.

Бигерәк тә йәш быуындың дингә ынтылышы, Аллаһ ризалығы өсөн янып йөрөүҙәре әйтеп бөтөргөһөҙ матур күренеш. Был йәһәттән Ишембай егете Радмир хәҙрәт ираттар өсөн Ҡөрьән, ғәрәп телендә һөйләшеү кеүек курстарҙы алып бара. Мәсеттә изге Ҡөрьән аяттарын ғәрәп егете Адел уҡыуында тыңларға мөмкин. Ул сығышы менән Алжирҙан, өйләнгән, Ишембай ҡалаһында йәшәй. Ә Ислам Төхвәтуллин етәкселегендә «Дин нуры» исемле яңы проект күптән түгел донъя күрҙе. Был проект эсендә халыҡ һорауы буйынса «Никах уҡытыу тәртибе», «Шайтандар һәм ендәр» видеояҙмаһы сыҡты. Бөгөнгө мәлдә йән тураһында «Йәндәр» исемле яҙма әҙерләнә. Ҡыҙыҡһыныусылар «Ютуб» каналы аша ҡарап бара ала. Киләсәккә ҡәрҙәшебеҙҙең хыялы - мөхтәсибәт ҡарамағында студия булдырыу. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән халыҡ, ин шәә Аллаһ, был изге уйҙар ҙа тормошҡа ашыр тигән өмөттәбеҙ.

Ишембай йәмиғ мәсете ишеге көнө буйы асыҡ булыуы халыҡ өсөн ғәҙәти күренеш хәҙер. Теләге булған һәр кем бында имам Ринат хәҙрәттең кәңәштәрен тыңлай ала. Миҙхәт хәҙрәт тә барыһына ла күңел йылыһын биреп ҡаршы ала. Көндәлек биш намаҙ ҙа уларһыҙ үтмәй, мәсетте лә һәр ваҡыт таҙа һәм тәртиптә тота хәҙрәттәребеҙ.

Уҡыу-уҡытыу эштәренән тыш бик күп тәрбиәүи саралар ҙа үткәрелеп тора. Республика кимәлендә мөслимәләр араһында интеллектуаль уйын имам Ән-Нәүәүиҙең 40 хәҙисе буйынса уҙҙы. Уйында Бөрйән, Иглин райондарынан, Өфө ҡалаһынан да килгән ҡыҙҙар үҙ маһирлыҡтарын күрһәтте. Бигерәк тә Иглин мөслимәләре барыһынан да әҙерлек кимәле яғынан айырылып торҙо.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләЛлааһү ғәләйһи үәс-сәләмдең тормош юлын өйрәнеүгә оло иғтибар бирелеп килә. «Иң яҡшы кеше» тип исемләнгән дини тамашаға бар халыҡ Йәштәр һарайына ихлас йыйылды. Был сара аҫтында ололар өсөн олимпиада уҙҙы, ә 3-14 йәшлек балалар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «101 хәҙис» китабы буйынса яттан хәҙис һөйләү конкурсы ла үткәрелде. Республика буйынса 34 бала ҡатнашты. Бөрйән, Белорет, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондары әүҙемлек күрһәтте. Гран-прины Белорет ҡалаһынан 8 йәшлек Абдулла Айытбаев яулаһа, 1-се урынға Стәрлетамаҡтан Сафия Сыңғыҙова сыҡты. Ҡатнашыусылар береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.

Рәсәй кимәлендә Мәскәү йәмиғ мәсетендә уҙғарылған «Бөтә донъя хиджаб көнө» конкурсы йомғаҡтары буйынса Ишембай мөслимәләре 24 ҡатын-ҡыҙҙар ойошма араһынан өсөнсө урынға сыҡты. Илдар Ғәләүетдинов, ошо йәмиғ мәсетенең имамхатыбы, «Уҡы» проекты етәксеһе булараҡ, үҙенең дини китаптар серияһынан Рәсәй кимәлендә уҡыу конкурстары ойоштороуы күптәргә мәғлүм. Мәскәү һәм республикала үткән конкурстарҙа Ишембайҙан Ләйсән һәм Зөмәрә ханымдар, Әрметтән Әлфиә ханым районыбыҙҙың йөҙөн яҡлап, юғары баһаға эйә булды. Әйтеп китергә кәрәк, Илдар Ғәләүетдинов Ишембай ҡала мәсетендә йома намаҙында мосолмандар менән осрашыуҙа булып, халыҡҡа фәһемле вәғәздәре менән иҫтәлекле яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Ошо йылдың йәйе ҡала мосолмандары өсөн тағы ла бер тарихи ваҡиға булып хәтергә инде. Умм-әл-Фәһме ҡалаһының
ислам университеты профессоры, Палестина Ислам советы етәксеһе, Шәриғәт
фәндәре докторы шейх Мәшхур Фәүәз
ғаиләһе менән булып, халыҡ менән осрашты. Ул республикабыҙҙың баш ҡалаһында,
шулай уҡ Бөрйән, Күгәрсен райондарында
ла булды. Башҡортостандың тәбиғәтенә,
урындағы халыҡтың ябайлығына, ихласлығына һоҡланыуын йәшермәне.

Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы ла район халҡының көтөп алған айына әйләнде. Ике йыл рәттән ифтарҙар мәсеттә түгел, «Рамаҙан тирмәһе» сиктәрендә уңайлы залдарҙа ойошторолдо. Ифтарҙа йәки «ауыҙ асыу»ҙа төрлө өлкә вәкилдәре саҡырылып, фәһемле осрашыуҙар ғибәҙәт менән һуғарылып барҙы. Тирмә ҡунаҡтары – республика яҙыусылары Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшиҙә Шәмсетдинова, Ғәлиә Кәлимуллина шиғриәт емештәре менән бүлешеп, исламдың традицион ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн билдәләне. Ә Башҡортостан Диниә Назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәр саҡ көтөп алған ҡунаҡ районыбыҙҙа. Мөфтөйҙөң, сараларға саҡырыуҙарыбыҙҙы кире ҡаҡмай, беҙҙең менән бергә булыуы уға ҡарата тик оло ихтирам уята.

Ишембай районы мөхтәсибәте республика «Балалар» проекты менән берлектә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Ислам дине хаҡында йәнһүрәттәр циклы сығарҙы. Проекттың продюсеры һәм етәксеһе – яҡташыбыҙ Рүзилә Кинйәбулатова ярҙамында Рамаҙан айы һәм Ураҙа байрамы темаһына йәнһүрәттәр эшләнелде. Сценарийҙы яҙыуҙа Лилиә Мөхәмәтйәнова, Гөлнур Йәнбирҙина булышлыҡ итте. Матди ярҙамды, әлбиттә, урындағы халыҡ күрһәтте.

Донъяла, илебеҙҙә барған аяныслы ваҡиғалар бар халыҡты тәрән уйға һала. Бер кем дә битараф ҡала алмай һәм нисек тә булһа ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға был осорҙа. Күптән түгел район мосолмандары Палестинаға миллиондан ашыу аҡса, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатты.

Балаларыбыҙҙың да киләсәге – һәр кемде борсоған уйҙыр. Был йәһәттән, мөхтәсибәт тарафынан мәктәптәрҙә ата-әсәләр йыйылышында ҡатнашыу, мәсеттә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрелеп тора. Ҡаланың 3-сө, 16-сы, 19-сы мәктәптәре, Рәсәй Геройы А. В. Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусы, 2-се башҡорт гимназия-интернаты имамдар менән осрашыуҙа әүҙемлек күрһәтә, мәсеткә экскурсиялар ойоштороп тора.

Ишембай районы мөхтәсибәте тырышлығы, район хакимиәте ярҙамы менән Стахановсылар урамы, 45-се йортта «Ғилем үҙәге» асылыу ҙа ҡала тарихына яңылыҡ өҫтәне. Бында уҡыуҙар, төрлө саралар ойоштороу күҙаллана. Үҙәкте ремонтлауҙа ихлас ҡатнашҡан ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәттәре булһын.

Ошо бар изге эштәрҙе башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы, Ишембай йәмиғ мәсетенең имам-хатибы, хәҙрәт Илнур Марат улы тураһында ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Ул бар белемен, шәхси ваҡытын, тәжрибәһен Ислам дине үҫешенә, халыҡты бар яҡлап та тура юлға күндереүҙә ҙур көс һала, яңынан-яңы үрҙәр байҡап, заман менән бергә атлай. Уның бигерәк тә йәштәргә иғтибар биреүе, уларҙы бер йәмәғәт итергә тырышыуы һөйөндөрә.

Аллаһ ризалығы өсөн, динебеҙҙең алға барыуына булышлыҡ иткән, шул уҡ ваҡытта исем-шәрифтәрен билдәһеҙ ҡалдырырға тырышҡан ҡәрҙәштәребеҙгә гәзит биттәре аша оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Барыһының да эштәре уң булһын, әжер-сауаптары килеп торһон! Амин! Ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙар буйынса 8-987-47-30-490 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.


Фотолар мөхтәсибәт архивынан.

Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә
Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә
Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә
Автор:Мәҙкүрә СОЛТАНОВА.
Читайте нас