Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2023, 20:00

Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк

Көтмәгәндә Гөлнисаның телефоны шылтыраны.– Эйе, эйе, тыңлайым! – тине ул, телефонын ҡолағына ҡуйып.– Һаумы, Гөлниса! Был мин, танымайһыңмы ни?– Юҡсы, тауышың таныш түгел...– Онотҡанһың, тимәк... Ә мин һине онотманым, һаман да һине яратам!

Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк
Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк
Гөлниса көтөлмәгән һөйләшеү­ҙән баҙап ҡалды, һөйөү вәғәҙә иткән ирҙе тауышынан танырға итте, ләкин булдыра алманы. Хәҙер инде ул “яратам” тигән һүҙгә ышана торған йәштә лә түгел… Яратышыу, һөйөүҙәр барыһы ла артта ҡалды. Ә шулай ҙа ҡапыл күңеле йәш саҡтағы кеүек елкенеп ҡуйҙы.

– Бәй, тауышыңды танымайымсы... Кем булды әле был, миңә мөхәббәт вәғәҙә иткән?

– Был мин, Сәғит, иҫләмәйһеңме ни?

– Ә-ә-ә... Шулай икән дә... – тип Гөлниса хәтер һандығын аҡтарҙы.

– Мин әйткәйнем бит һиңә, 30 йылдан һуң һине эҙләп табам, тип.

– Ә-ә-ә, шулаймы ни? Бәлки...

– Бына һине эҙләп килдем әле Өфөгә, әйҙә осрашайыҡ!

– Нимә булып китте һуң?

– Мин һаман да һине яратам.

– Аһ-аһ, 30 йыл буйы нимәңде ҡарап йөрөнөң һуң? Бөгөн килеп иҫеңә төштөмө ни?

– Ҡара әле, Гөлниса, әйҙә осрашып һөйләшәйек. Дөрөҫөн әйтәйем: иҫәбем һиндә ҡалырға, ҡаршы килмәһәң...

– Нимә, нимә тинең? Телефондан бер нәмә лә ишетелмәй, осрашҡас һөйләрһең...

Гөлниса телефонын һүндерҙе лә, ишеткәндәрен барлап, бер килке зиһенен йыя алмай торҙо. Ҡапыл кәйефе күтәрелеп китте, күңеленә ниндәйҙер өмөт инеп ояланы. Таныны ул Сәғиттең тауышын, таныны. Йәшлек мөхәббәтен иҫкә төшөрөп, өйөлгән эштәрен дә башҡармай, хискә бирелеп йөрөнө, күҙ алдында Сәғиттең һомғол буй-һыны пәйҙә булды. Нимә сәбәп итте икән уны элекке мөхәббәтен эҙләргә? 30 йылдан һуң “яратам” тип бушҡа килеп йөрөмәҫ, ғаиләһендә бер-бер хәл булғандыр. Осрашҡас, барыһы ла асыҡланыр әле... Шулай ҙа был һөйләшеү күңелен албырғатты. Сәғит менән күрешерҙән алда уҡ үҙенсә пландар ҙа ҡороп ташланы. “Бергә йәшәмәҫлек ир түгел, моғайын, элекке Сәғиттер әле: йомшаҡ күңелле, изге һүҙле була торғайны, бер ҙә ҡаты бәрелеп йөрөгәндәрҙән түгел, һәр ваҡыт тәртипле булды. Яңғыҙ тормош тамам ялҡытты, бәлки, тормошон да яйға һалып ҡуйыр, кем белә...”

Шулай уйлай-уйлай Гөлниса өйөн рәткә килтерҙе, күңеле шатлыҡҡа тулды. Арҡаһы турайып киткәндәй булды, шулай булмай ни, ауыр сумкаларҙы күтәреп күпме йәйәү йөрөргә була? Башҡаларҙан ни ере кәм, бына хәҙер уны ла һөйгәне ҡәҙерләп машинаға ғына ултыртып йөрөтөр әле.... Сәғит мах бирә торғандарҙан түгел, гудбай, яңғыҙ тормош! Етте, етте яңғыҙ йәшәргә! Үҙе әйтте бит, изге ниәт менән киләм тине, шулай булғас, бергә йәшәп алаһың да китәһең, ниңә оҙаҡ уйлап торорға? Фатир сығымдарын да икәүләп түләрҙәр, береһенең эш хаҡы ашауға китһә, икенсеһе квартплата түләр, исмаһам. Әле генә берәйһен фатирға индерәйемме икән әллә, тип уйлап йөрөй ине...

Иргә барырмын тип башына ла килтермәгәйне! Уйлап ҡуйған ҡолона, биреп ҡуйыр юлына, тигәндәй, бик һәйбәт булыр ине. Фатирға түләрлек кенә аҡса эшләй алыр инде ул, ир кеше ҡул ҡаушырып ултырмаҫ... Икәүләгән яҡшыраҡ булыр әле. Йәш сағында Сәғит араҡы эсеп, тәмәке тартып йөрөмәне, килгән һайын һәр ваҡыт бүләк алып килде, бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәне. Тәҡдим яһаһа, һис икеләнмәйенсә барам да ҡуям!

Шулай уйлай-уйлай Гөлниса фатирын йыйыштырҙы, ҡыҫҡаһы, ҙур ҡунаҡ килеүгә әҙерләнде. Күңеленән буласаҡ ире менән әллә ниндәй пландар ҡороп та ҡуйҙы, ишегенең ҡыңғырауы эшләмәй, краны ла боҙолған... Кухняға ике ултырғыс алып ҡуйырға кәрәк, былары иҫкергән... Етте, етте, Гөлниса, туҡта, туҡталғысың эшләмәй, ахырыһы! Юҡ, ниңә туҡтап торорға ти, а вдруг бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ! Эләккәндә, исмаһам, хыялланып булһа ла ҡалайым! Фу, тир бәреп сыҡты хатта, әлегә етте шикелле.

Эй-й-й, ҡатын-ҡыҙ күңеле... Гөлниса уйҙарының осон тота алманы, ошондай татлы уйҙар менән таң аттырҙы.

Ниһайәт, осрашыр мәл дә килеп етте. Билдәләнгән ваҡытта ишек шаҡынылар.

– Инегеҙ, ишек асыҡ! – булды яуабы. Ишектә оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле ике ир күренде.

– Һаумыһығыҙ! Гөлниса ханым һеҙ булаһығыҙмы? – тине береһе. Сәғитте ул шунда уҡ төҫмөрләне.

– Тап үҙе. Әйҙә, түрҙән уҙығыҙ!

– Был ҡустым, мине алып килде.

– Бик һәйбәт, әйҙәгеҙ, уҙығыҙ!

– Мин уҙып тормайым, бына ағайҙы ғына алып килдем, – тине ҡустыһы. Олпат кәүҙәле ҡустыһы янында Сәғит шиңеберәк ҡал­ғандай күренде.

– Әйҙә, әйҙә, үтегеҙ! Тәмле итеп бәлеш тә бешергәйнем.

– Әйтәм, бик тәмле еҫ сыға. Рәхмәт, үтеп тормайым, өйҙә кәләш көтә.

Тиҙ генә хушлашып, ҡустыһы сығып китте. Сәғит ике ҡулын һу­ҙып, Гөлниса менән күреште. Күҙгә-күҙ ҡараштылар, Сәғит ғәйепле кешеләй күҙҙәрен ситкә күсерҙе. Кәүҙәһенең оҙон булыуына ҡара­маҫтан, шундай таҙа, бәһлеүән кәүҙәһен эстән нимәлер кимергән кеүек тойолдо, бик ябыҡҡан, ике ҡолағы ғына һерәйеп ҡалған. Сәғит сисенеп, түргә үтте, бүлмәләрҙе байҡаны.

– Фатирың бик ҙур икән! Нисә бүлмәле?

– Ҙур шул, өс бүлмәле.

– Бер үҙең йәшәйһеңме?

– Бер үҙем инде, кем менән булһын тағы! Хәҙер балалар бергә йәшәмәйҙәр бит, йәштәр үҙаллы йәшәргә тырыша.

– Шулай... Минең ике улым да Өфөлә йәшәй, әлегә башлы-күҙле түгелдәр, – тине лә, алып килгән төргәген асып, өҫтәлгә шампан сығарып ҡуйҙы.

– Гөлниса, ултыр әле яныма, әйҙә осрашыу хөрмәтенә шампан шарабын асайыҡ, һөйләшәйек.

– Мин хәҙер, хәҙер, өҫтәл әҙер­ләйем...

– Өҫтәлең ҡасмаҫ, һинең менән һөйләшергә тип килдем. Әйҙә ҡауышайыҡ та бергә йәшәйек.

– Бына ошолай, ҡапыл ғынамы?

– Эйе, ҡапыл ғына...

– Йә, һөйлә, нимә булып китте һуң, берәй сәбәбе барҙыр бит? – Гөлниса залдағы бәләкәй өҫтәлгә серванттан ике фужер сығарып ҡуйҙы. Сәғит шампан шешәһен асты, осрашыу хөрмәтенә сәкәш­тереп эстеләр.

– Тураһын әйтәйем: мине ҡатын өйҙән ҡыуып сығарҙы!

– Нисек инде... Шулмы һинең килеүеңдең сәбәбе?

– Бер нәмәһеҙ тороп ҡалдым! Һин мине нисек бар, шулай ҡабул ит!

– Аһ-аһ, барыр урының юҡмы ни?

– Һиңә тип төбәп килдем... – Сәғит ҡыйыуһыҙ ғына уға ҡараш ташланы. – Нимә, әллә ҡыуып сығарырға итәһеңме?

– Юҡ, нишләп һине ҡыуып сығарайым, өй ҙур, урын етерлек.

– Ҡурҡма, бер нәмәң дә кәрәк­мәй, бер нәмәңә лә теймәйем...

– Ҡала өйөндә түҙеп ултырыр­һыңмы икән?

– Түҙермен, сөнки барыр урыным юҡ...

Гөлниса шундуҡ бөтәһен дә аңланы. Уның “яратам” тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен дә бик һәйбәт төшөндө. Янған йөрәген ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Сәғит үртәләнде, һаман үҙенең хәлен һөйләне, нисек бар, шулай, ауылса һөйләп бирҙе.

– Бисә менән ауылдағы өйҙө һаттыҡ, мал-тыуарҙы тотош һатып бөттөк, машинамды, тракторымды ла һаттым. Шул аҡсаға ҡаланан өй һатып алдыҡ. Алыуын-алдыҡ, ә ҡатыным өйҙө тулыһынса үҙенең исеменә яҙҙырҙы ла мине ҡыуып сығарҙы, хатта пропискаға ла ҡуйманы... Бына шулай, Гөлниса, минең бер нәмәм дә юҡ, аҡсам да, машинам да юҡ...

– Йә ярар, башың һау булһын. Бер йүне килеп сығыр әле... Була торған хәл, ваҡытлыса ғына ҡыуып сығарғандыр ул...

– Ю-ю-юҡ-ҡ, индерһә лә, уға кире ҡайтмайым! Минең дә бит ғорурлығым бар, уға ни за что ҡайтмайым! Әйҙә, Гөлниса, бергә йәшәйек, мин һиңә тип килдем.

– Һин бит ауыл кешеһе, ҡалаға өйрәнә алырһыңмы һуң? Дүрт яҡтан дүрт стена мейеңде ҡыҫыр бит!

– Нимә, ҡыуаһыңмы әллә?

– Юҡ, ҡыумайым, тик нисек түҙерһең икән, тим! Һағыныу той­ғоһо – бик көслө тойғо, ауылыңды һағынырһың бит! Өфөгә күсеп килгәс, тәүге йылдарҙа минең дә... – Гөлниса башлаған һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, Сәғит уны бүл­дерҙе.

– Кире ҡайтмайым, валлаһи тип әйтәм! Әйҙә, күтәр бокалыңды!

– Ярай, аңлашылды. Мин хәҙер өҫтәл әҙерләйем әле, – тип Гөлниса кухняға сыҡты. Сәғит уның артынан эйәрҙе, шампан шешәһе кухня өҫтәленә килеп ҡунаҡланы.

– Йә ярай, артыҡ хафаланма, тыныслан, бөтәһе лә урынына ултырыр, – тине Гөлниса, сәсенә сал ҡунған Сәғитте бала кеүек йыуатып. – Ваҡыт үтеүе кәрәк, бөтәһе лә үтер...

– Әйҙә, тот бокалыңды, эсәйек!

– Хәҙер, өҫтәлгә бәлеште генә ҡуям да...

– Осрашыу хөрмәтенә күтәрәйек әле!

– Эйе, осрашыу хөрмәтенә, 30 йыл да үтеп киткән икән... Нисек таптың минең телефон номерын?

– Һы, ниндәй заманала йәшәй­беҙ бит, технология заманы! Махом табып бирҙеләр!

Бер аҙҙан залға күсеп ултыр­ҙылар. Сәғит ашау яғына бик иғтибар итмәне, бер туҡтауһыҙ бокал күтәрҙе, һөйләшеү күберәк уның яҙмышы тураһында барҙы, хәйер, уның нисек йәшәгәнен бер нисә һүҙҙән аңлап алғайны Гөлниса. Ара-тирә үҙенең уй-ниәт­тәрен һөйләргә уҡталып ҡарағайны ла, тыңлаусыһы булмағас, әйткән һүҙе һауала эленеп ҡалды. Ә күпме ауырлыҡтарҙы үтергә тура килде Гөлнисаға, Өфөгә килгәс... Уҡырға тип сығып киткәйне, бирешмәне. Өфөнө яулауы еңел түгел икән­леген һөйләргә иткәйне, әммә Сәғит уны тыңламаны. Гөлниса янында ултырған ирҙең уға бөтөнләй ят кеше икәнлеген, уны Гөлнисаның үҙе лә, тормошо ла ҡыҙыҡһын­дырмауын аңланы. Ҡараңғы ла төштө...

– Һиңә урынды бәләкәй йоҡо бүлмәһенә һалырмын, арығанһың, ятып ял ит, – тине.

– Нисек инде “ял ит”, бергә ятмайбыҙмы ни?

– Аңламаным, нисек бергә ятайыҡ?

– Мин һиңә бергә йәшәйек тип килдем, нимә булғанын тотош һөйләп бирҙем дәһә...

– Мин ҡаршы түгел, тик иртәгә мәсеткә барып, никах уҡытайыҡ!

– Нимә? Мәсеткә? Башланды, былай булғас...

– Мин арыным һине тыңлап, ни тиһәң дә, йәш саҡ түгел, оҙон көн буйы һөйләшеп ултырып арытты, эш менән булһаң да былай арыттырмаҫ... Бар, бүлмәгә инеп ят, тәмле төш һиңә!

 
Иртәгәһенә Гөлниса иртә тороп ҡоймаҡ ҡойҙо, йома көн, өйҙә таба еҫе сығарып алыу кәрәк. Сәғит тә торҙо, һөйләшмәне, кәйефе юҡ, күрәһең...

– Хәйерле иртә! Нисек йоҡланың?

– Йоҡлайһың инде... – тип мығырҙаны Сәғит танау аҫтынан.

– Әйҙә, йыуынып ал да иртәнге сәйгә ултыр.

Сәғит йыуынып, кикереге төшкән әтәс кеүек өҫтәл янына килде. Бер аҙ һөйләшмәй ултырҙылар.

– Бөгөн йома. Әйҙә киттек мәсеткә! Барып никах уҡытайыҡ! – тине Гөлниса, уға һынаулы ҡарап.

– Ҡуй әле! Бергә йәшәйем тиһәң, паспортҡа мисәт ҡуйыу ҙа, никах уҡытып тороу ҙа кәрәкмәй! – тине Сәғит эске ярһыу менән.

– Шулайын шулай ҙа ул... Әммә мин никахһыҙ бергә йәшәмәйем...

– Ярай, ҡарарбыҙ... – тине Сәғит, ризаһыҙлыҡ белдереп.

– Мин бит хәҙер намаҙ ҙа уҡыйым!

– Уныһын әйтмәһәң дә белеп торам... Һәр ауылда пенсияға сыҡҡан уҡытыусылар, яулыҡҡа төрөнөп алып, мәсет юлын тапай. Хәҙер бер кемгә лә сер түгел: ҡа­тын-ҡыҙ сылбыр кеүек теҙелешеп, өйҙән-өйгә аят ашына саҡырышып алып тик йөрөй.

– Ә һеҙгә, ирҙәргә, күңелһеҙ инде... Һин үҙең мәсеткә йөрө­мәйһеңме ни?

– Ю-ю-юҡ! Иртә әле миңә...

– Пенсияға сыҡманыңмы әле?

– Пенсия йәшен оҙайттылар бит!

– Бер ҡайҙа ла эшләмәйһеңме?

– Ауылда шул мал көсө менән йәшәнек, хәҙер малды ла бөтөрҙөк. Кисә һөйләп бирҙем дәһә...

Тағы һүҙ өҙөлдө. Иртәнге сәй тамамланды. Залға сыҡтылар. Кәрәккән мәғлүмәттәрҙе һөйләтеп алып бөткәндән һуң, Гөлнисаға Сәғит менән артабан һөйләшеүе ҡыҙыҡ та түгел ине. Бер үк хәбәр тураһында һөйләшеү арыттырҙы ла, ялҡытты ла...

– Һин миңә ҡарама, үҙ эшең менән бул, – тине Сәғит. – Балконға сығып тәмәке көйрәтеп инһәм буламы?

– Була, тик өйҙә тартма, тышҡы балконға сыҡ. Тартмаған кешегә тәмәке еҫе яман була бит.

– Аңлашылды...

Сәғит кейенеп тышҡы балконға сығып китте, Гөлниса өй рәтләргә тотондо. Ни өсөндөр ул тышта оҙаҡлаған һымаҡ булды, бер аҙҙан кәйефе күтәрелгән һымаҡ булып килеп инде.

– Һин, Сәғит, үҙ өйөңдә һымаҡ бул, тартынма! Теләйһең икән, гәзит-журнал уҡы, бына әле генә сыҡҡан китаптар. Әйҙә, рәхәтлән уҡып, ял ит.

– Ярай, ярай, мин һалҡын сәй яһап алам да үҙ яйыма йөрөйөм, һин миңә иғтибар итмә!

– Бик һәйбәт, улайһа! Ит ҡуйҙым, аш бешкәнсә мин үҙ эштәрем менән булышайым.

Гөлниса, кисә яҙа башлаған мәҡәләһен дауам итәйем тип, компьютер янына килеп ултырҙы. Яҙышырға күпме генә аҙаплан­маһын, фекерен туплай алманы. Бер һүҙ ҙә яҙа алманы, үәт әй, яҙышыу өсөн дә күңел тыныслығы кәрәк икән... Сәғиткә күҙ һалды. Уныһы бәләкәй бүлмәлә бокалға яһап алған һалҡын сәйен эсә-эсә, китап ҡараштыра ине. Гөлниса уны бүлдерергә теләмәне, бер аҙ күңеле тынысланды. Ҡул йыуырға ваннаға ингәйне, ағып торған кранды күреп, ҡаты итеп бороп ҡуйҙы.

Сәғиттең кранда эше юҡ икәнен аңлап, өндәшеп торманы, мастер саҡыртырға иҫәп тотто. Кухняға сығып, төшкө аш әҙерләргә тотондо. Ҡайһылай күңелле икән кемгәлер төшкө тамаҡ әҙерләүе, тип уйлап алды үҙенсә. Бер аҙҙан төшкө аш табыны әҙер булды.

– Әйҙә, Сәғит, төшкө ашҡа рәхим ит, тамаҡ ялғап алайыҡ!

– Хәҙер, хәҙер, ошо битте генә уҡып бөтәм дә! – тине тегеһе.

– Ярай, ярай, уҡы ғына, миндә уҡырға нәмә күп ул! – тип ҡыуанды, уҡығанын күреп. Оҙаҡ көттөрмәй кухняла Сәғиттең башы пәйҙә булды. Уны күреп Гөлниса шап итеп иҙәнгә ултыра төшә яҙҙы...

– Һин нимә-ә-ә, Сәғит... Эстеңме әллә?

– Нимә, күренәме ни? Әҙ генә булды инде...

– Мин һине һалҡын сәй эсеп йөрөй икән тиһәм...

– Мин бит иҫерек түгел.

– Аһ-аһ... Ҡайҙан алып эстең һуң?

– Бая тәмәке алырға тип сыҡҡайным, магазин өйөгөҙгә терәлеп кенә тора икән!

– Бына һиңә мә...

– Нимә, битем ҡыҙарғанмы?

– Танауың ҡыҙарған, күҙең дә аларған...

– Хәҙер үтә ул, аптырама бушҡа.

– Ултыр, төшкө аш мәле бит, ашап ал.

– Ашағым килмәй минең!

– Аштан улай оло булма, – Гөлниса Сәғиттең алдына тәрилкә ҡуйҙы ла уға төбәлде. – Сәғит, һин шулай эсәһеңме ни ул?

– Юҡ, эсмәйем...

– Аңлашылды... Әлегә тиклем эскән кешенең “эсәм” тигәнен ишеткәнем булманы. Алманың эсенә ҡорт төшкән икән... – тине. Һүҙһеҙ генә төшкө ашты тамамланылар. Гөлниса кухняла ҡашы­ғаяҡ йыуған арала Сәғит залға сығып телевизор ҡабыҙҙы. Яңы­лыҡ­тар күрһәтәләр. Тәрилкәләрҙе йыуып бөтөп, Гөлниса ла залға сыҡты.

– Тимәк, ҡатыныңда түгел икән сәбәп... – тине ул, уйлап йөрөгән фекерен дауам итеп. – Эсеү – ауырыу бит инде ул. Һинең кеүектәрҙе түгел, әллә ниндәй әзмәүерҙәй ирҙәрҙе бөгә эскелек.

– Миңә нотоҡ уҡырға булдың инде... – тип йомшаҡ ҡына көлөм­һөрәне Сәғит. Ҡапыл Гөлнисаның үҙенә лә көлкө һымаҡ тойолдо, сөнки нисәмә йылдан һуң ул тағы шул бер тәпкенең башына баҫа түгелме? Ире менән йәшәгән саҡтағы кеүек килеп сыҡты...

Эй-й-й, һаман шул бер балыҡ башы икән... Иргә сығыу кәрәкме икән ул, тигән фекер телеп үтте мейеһен. Шунан телевизорға боролдо ла өндәшмәй ултырҙы. Тик түҙмәне.

– Ана күрәһеңме, телевизорҙа нимә бара? Ҡара, ҡара! Сирияны күрһәтәләр, тотош илде ер менән тигеҙләнеләр, балаларҙың күҙҙә­рендә ниндәй ҙур фажиғә, ҡарауы ҡурҡыныс! Бына бында – фажиғә! Ә һин нимә тип эсәһең? Ҡатыны ҡыуып сығарған, имеш! Шул да булдымы трагедия! Типһәң тимер өҙөрлөк ирһең, тормошто үҙеңдең ҡулыңда тоторлоҡ ир түгелһең, тимәк.

– Эсмәйем мин, һиңә килгәс, осрашыу хөрмәтенә генә бер аҙ булды инде...

– Бәлтерәп төшкәнһең бит, элекке Сәғит түгел һин. Үҙеңдең һүҙең дә юҡ һинең! Эскән кешенең һүҙе лә, күҙе лә, йөҙө лә булмай! Һин шул хәлгә төшкәнһең! Эсеңдәге ҡорт һине ашай. Әгәр үҙеңдең көсөң етмәй икән, әйт, урынын табырбыҙ, дауаланырһың.

– Мин ул хәлгә барып етмәгән­мен әле. Тик ҡатыным арҡаһында ғына шулай килеп сыҡты.
Сәғиттең йәшел йылан менән мауыҡҡаны йөҙөнән үк күренеп тора. Әммә һуң түгел, уны дөрөҫ юлға баҫтырырға өмөт бар әле. Тик был эштә Гөлниса үҙен көсһөҙ итеп тойҙо. Ҡайҙа уға ауырлыҡ килгән, шул ерҙә ул һауығырға тейеш, тип уйлап алды. Ҡайтарырға кәрәк уны. Ике һүҙҙең береһендә ҡатынын һөйләй, ғаиләһеҙ ул юҡҡа сығасаҡ. Ике улын да башлы-күҙле итергә кәрәк бит әле...

– Сәғит, ҡайт һин ҡатының янына! Ни булһа ла икәү күтәрерһегеҙ!

– Әгәр индермәһә?

– Индерер, тик эсмә! Айыҡ килеш ҡайт!

– Тимәк, мине ҡыуаһың...

– Ҡыумайым, өйөңә ҡайтырға кәңәш итәм.

Кейенеп тышҡа сыҡтылар. Болотло яҙғы көн, бер ҡараһаң ҡар, бер ҡараһаң ямғыр күҙе төшә. Ҡояш нуры һибелһә, хәҙер генә шауҙырлап ҡар иреп бөтөр кеүек. Әммә иртә әле, март айында аҡман-тоҡман булғанын көт тә тор. Тыштағы саф һауа бөркөлгәс, Гөлниса шундай рәхәтлек татыны. Икеһенең дә аяҡ-ҡулынан бығау төшкәндәй тойолдо. Бер-береңә йөк булыуҙан да ауыр нәмә юҡ... Ни тиһәң дә, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү фарыз.

– Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк! Аңлайһыңмы, Сәғит, батыр булырға, көслө рухлы булырға кәрәк! Тик һин үҙең генә үҙ-үҙеңде бәхетле итә алаһың! Сәғит, һин был ауырыуҙы еңеп сыға алаһың, тик шуға ынтылырға кәрәк, әлегә һуң түгел. Һин үҙең физик яҡтан көслө, буй-һының да бынамын тигән, әммә эске көсөң юҡ, бирешкәнһең.

– Шул-шул, бирештем...

– Мин һине тыңланым-тың­ланым да, шундай һығымта яһаным: ҡатының һине ҡыуып сығармаған, ул һине аҡылға ултыртып алырға ғына уйлаған. Һин уға кәрәкһең, шуға күрә өйөңә ҡайт, әммә бисәң менән бисә булып ирешеп-талашып торма, ир була бел. Тормошто әҙерәк үҙеңдең ҡулыңа ал, ҡатыныңа ғына һалынма. Ир кеше булараҡ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә ал, ике улыңды ла башлы-күҙле итәһең бар бит әле! Һин ғаиләңдә генә бәхетле була алаһың, шуны аңла!

– Шулаймы?!

– Эй-й-й, Сәғит, шуны ла аңламайһыңмы ни? Күҙҙәреңдән күреп торам: бер көн эсендә һин ауы­лыңды һағынып та улты­раһың... Бына-бына күҙҙәреңдән йәш түгелер төҫлө!

– Дөрөҫ әйтәһең бит, Гөлниса, әллә һин психологмы?

– Һинең күңелең шундай йомшаҡ, хисле кешеһең.

– Эйе... Мине бер һүҙ менән үлтереп була, бер һүҙ менән терелтеп була, һин шуны беләһең икән, ә!

– Бында ятып түҙә алмаҫһы-ы-ы-ң!

– Эйе шул... Ҡайтайым, улайһа!

– Ҡайт, әлбиттә! Көсөң дә, ҡарыуың да етерлек әле һинең тормош көтөргә. Үҙ туғайыңда аунап, тәгәрәп, бәхетле йәшәргә хаҡлыһың һин. Бәхет теләйем һиңә!

Пролог

Хушлаштылар. Сәғитте ҡайтарып ебәреүен-ебәрҙе лә ул, ҡатыны уны ҡабул итерме? Әллә ҡыуып сығарырмы? Аҙмы ни Сәғит кеүектәр? Аҙмы ни урамда берәҙәк булып йөрөгәндәр? Аҙмы ни урам буйлап бер кемгә лә кәрәкмәй эсеп йөрөгәндәр? Аҙмы ни юҡҡа сыҡҡандар, ғүмерҙәрен фажиғәле тамамлағандар?

Гөлниса йәшлек дуҫының яҙ­мышы өсөн борсолдо. Әле һуң түгел, һуң түгел... Сәғитте дөрөҫ юлға баҫтырып була, күҙендә өмөт сатҡылары һүнмәгән. Ахыр сиккә лә баҫмаған әле. Тик... уға ярҙам ҡулы һуҙырҙай яҡындары табылырмы? Ата-әсәһе күптән мәрхүмдәр. Ҡатын кеше тәкәббер була, эскән ирҙән ҡотолоу юлын ҡараясаҡ. Ирҙе ауылынан, ерҙән айырып бик ҙур хата эшләгән... Шундай саҡта эскән иргә ярҙамға кем ашығыр, кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Ике улымы? Тормош тәжрибәһе булмаған йәштәр атайҙарын яҡлармы, әллә әсә һүҙенән сыҡмай, уның яғын ҡайырырмы? Малайҙар һәр ваҡыт әсәйҙе яҡлай инде ул, быныһы көн кеүек асыҡ. Улар үҫеп еткәнсе, атаһының хәлен аңларлыҡ йәшкә еткәнсе, бик күп һыуҙар ағыр... Ә кем ярҙамға килер Сәғиткә?

Сәғиттең яҙмышы – тотош ил яҙмышы. Бер-беребеҙҙең яҙмы­шына битараф булмайыҡ! Юғары трибуналарҙан ғына матур һүҙҙәр һөйләмәйек! Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Бер-беребеҙҙең яҙмышы өсөн ҡалҡан булып күтәреләйек! Ҡайҙа психологтар, ҡайҙа наркологтар, ҡайҙа юристар, ҡайҙа беҙҙең арҙаҡлы ағинәй­ҙәребеҙ, күренекле шәхестәребеҙ? Бөтһөн битарафлыҡ! Көрәшкә, бер-беребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн социаль көрәшкә сығайыҡ!
 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА
Читайте нас в