Йәмғиәт
24 Ноября 2023, 07:00

Ағалы-ҡустылы яугирҙарға миҙал

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ҡолғона ауылында булып ҡайтҡайны. Ул махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы егеттәр һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты, ярҙам саралары хаҡында һөйләне. Һәм бына тағы ла бер яҡшы яңылыҡ билдәле булды: Ҡолғонанан “Старший” һәм “Младшой” ҡушаматлы яугирҙарыбыҙ юғары награда менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағалы-ҡустылы яугирҙарға миҙалАғалы-ҡустылы яугирҙарға миҙал
Ағалы-ҡустылы яугирҙарға миҙал

Улар хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Награданы республика Башлығы Радий Хәбиров аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә тапшырҙы. Яугирҙар тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡайны. Ағалыҡустылы бер туғандар бергә мобилизациялана, бер дивизионда хеҙмәт итә. Радий Хәбиров егеттәргә иҫән-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне һәм республика уларға, ғаиләләренә ярҙам итәсәген билдәләне.

“Старший” ҡушаматлы яугир тормош иптәше менән ҡыҙ үҫтерә.

- Хеҙмәт юлы яҡшы үтә, миҙал алыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти ул.

“Младшой” иһә әлегә өйләнмәгән, ул да үҙ теләктәрен еткерҙе.

- Ағайым менән бергә хеҙмәт итәбеҙ, берберебеҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Махсус хәрби операция тамамланып, тиҙерәк тыуған яҡҡа ҡайтырға яҙһын, - ти яҡташыбыҙ.

Әйткәндәй, бер туғандар ял ваҡытында әсәләренә йорт һалырға ла булышлыҡ иткән. Егеттәр “УАЗик” машинаһын һатып алып, уны үҙҙәре менән махсус хәрби операция зонаһына алып киткән.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас