Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 12:00

Йөрәк йылыһы - һалдаттарға

Иҫке Һәйет ауылы бәләкәй булһа ла, халҡы берҙәм, ярҙамсыл. 17 ноябрь көндө ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға кәрәк-яраҡ әйберҙәр, йылы юрғандар йыйыу ойошторолдо.

Йөрәк йылыһы - һалдаттарға
Йөрәк йылыһы - һалдаттарға

Аҙ ғына булһа ла еңеүгә өлөшөбөҙ инһен ине, һағынғанда йәнегеҙгә йылы биреп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!

 

Фото: https://vk.com/public200644112

Автор:Иҫке Һәйет ауыл клубы.
Читайте нас в