Йәмғиәт
10 Ноября 2023, 11:00

Халыҡ именлеге һағында

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ именлеге һағындаХалыҡ именлеге һағында
Халыҡ именлеге һағында

Рәсәй полицияһы көнө – ысынында, ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған тоғро һәм ҡаһарман кешеләр байрамы.

Байрамдың барлыҡҡа килеү тарихына килгәндә, 1917 йылдың 28 октябрендә (яңыса 10 ноябрҙә) эске эштәр буйынса халыҡ комиссары Алексей Рыков «Эшселәр милицияһы» ҡарарына ҡул ҡуя. 1962 йылдан был дата һөнәри байрам булараҡ билдәләнә. Ә 1980 йылдан Совет милицияһы көнө рәсми байрам булып иҫәпләнә башлай.

Ошо көн уңайынан һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, законға һәм именлекте яҡлауға намыҫлы хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙың береһе – полицияның участка уполномоченныйы Илмир Баймырҙин менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әлеге мәлдә ул 8-се участкала эшләп йөрөй – бында Верхотор, Байғужа, Үрге Этҡол, Скворчиха ауыл Советтары ҡарай.

- Участка уполномоченныйы булып ике йыл эшләйем, 2021 йылға тиклем тәфтишсе булып хеҙмәт иттем. Был өлкәлә дөйөм хеҙмәт стажым – 18 йыл, - тип таныштырҙы үҙе менән Илмир Әхтәм улы. – Беҙҙең бурыс – дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, йәмәғәт тәртибен һәм илебеҙҙең һәр бер гражданының тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау.

Яҡташыбыҙ Илмир Баймырҙин Биксән ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә һәм уны 2010 йылда тамамлай. Был юлды һайлағанына үкенмәй, эшен яратып башҡара. Ошо һөнәрҙе һайларға теләгән йәки һайлап та эшләргә баҙнат итмәгән йәштәргә ни
әйтер инегеҙ, тигән һорауға ла ул асыҡ итеп яуап бирҙе.

- Йәштәр эшкә килә, әлбиттә. Ләкин ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарҙы күреп, унда оҙаҡҡа ҡалмай. Бер эш тә еңел түгел. Ә беҙҙең һөнәр бигерәк тә түҙемлекте, иғтибарлыҡты талап итә, - ти Илмир Әхтәм улы. – Уның ҡарауы, 20 йылдан һуң пенсияға сығыу мөмкинлеге бар. Хаҡлы ялда ла эшләргә була. Эшләгән һайын пенсия күбәйә бара. Миңә, мәҫәлән, хаҡлы ялға сығырға бер йыл да 10 ай ҡалды. Ә 10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң льготалар менән файҙаланырға мөмкин. Шуға был өлкәлә эшләгән йәштәргә мөмкинлектәр һәм өҫтөнлөктәр күп... Хеҙмәттәштәремде байрам менән ҡотлайым, эштәрендә, һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләп ҡалам.

 

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас