

Унда райондың хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ауыл хужалығы ветерандары, агросәнәғәт производствоһы алдынғылары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ишембайҙың иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.
"Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең келәт мөдире Альбина Семенова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде:
- Был вазифала дүрт йыл эшләйем, эшемде бик яратам. Ошондай ҡаҙаныштарым өсөн рәхмәт, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым.
Хәсән Мансуров “Хәфизова” крәҫтиән-фермер хужалығында ат ҡараусы булып эшләй. Уға Почет грамотаһы тапшырылды:
- Хеҙмәттәштәремде ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Үҙ эшемде яратып башҡарам. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, өҫтәлдә мул уңыш теләйем.
Байрам мәҙәниәт һарайы артистары әҙерләгән күңелле бейеүҙәр һәм йырҙар менән тамамланды.
Автор фотолары һәм видеоһы.