

Исеме Башҡортостанға билдәле ауыл хужалығы белгесе ул. Ҡырҡ йылдан ашыу оло маҡсаттарға, халҡына хеҙмәт итте. Ғүмеренең алтын миҙгелен кисергән Хәйҙәр Хызыр улы талантлы етәксе генә түгел, ә бай тормош юлы үткән абруйлы шәхес тә.
Кинйәбулат ауылында бишенсе ир бала булып Хызыр бабай менән Фәтихә инәй ғаиләһендә донъяға ауаз һала ул. Бала сағы матур осорға тура килә: Тәйрүк йылғаһының һыуын эсеп, туғайҙарынан еләк-емеш ашап, ауыл малайҙары менән футбол уйнап үҫә. Ер ҡарҙан әрселеү менән тауға менеп, йыуа йыя, аҙаҡ ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, ер еләге өлгөрөргә лә күп ҡалмай. Артабан муйыл ҡарая, балан ҡыҙара, миләш баллана. Йылдың-йылы шулай дауам итә. Көҙ артынан ҡыш килә, яҙҙы йәй баҫтыра. “Ҡыштың һыуыҡ, йәйҙең эҫе, яҙҙың ҡояшлы, көҙҙөң алтын булыуын теләйем. Һәр береһенең үҙенә генә хас матурлығы бар”, – ти ул, хәтирәләргә бирелеп. Ауыл малайына эш тә күп эләгә: йүкәнән һалабаш һыҙыралар, ҡап, септә яһап, промартелгә тапшыралар. Аҡса эшләйем тип, кешеләргә утын да әҙерләп бирәләр.
Атайҙары бик ҡаты тота, ҡаты ғына түгел, ҡайһы саҡ уҫал да була. Шулай итмәйенсә булмағандыр, һигеҙ баланы тыйып тотоп ҡара! Уның ҡарауы, хәҙер шул тәрбиәһе, эшкә өйрәтеп үҫтергәне өсөн атайҙарына ҙур рәхмәтлеләр. Ошондай ауырлыҡтар күреп үҫмәһәләр, атай-әсәһе эшкә өйрәтмәһә, бәлки, ошо дәрәжәгә өлгәшә лә алмаған булырҙар ине.
Был донъя ла кеше юлы һымаҡ,
Һәр кем үтә уны үҙенсә.
Кемдер берәү эҙ ҡалдырып үтә,
Ҡайһылары үтә һиҙмәйсә.
Кинйәбулат ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, 1969-1973 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерә һәм 1973 йылда тыуған ауылы “Ударник” колхозында баш зоотехник булып эш башлай. 1978-1981 йылдарҙа Өфөләге ауыл хужалығы институтының агрономия бүлеге студенты була. Студент ваҡыттарында уҡ ойоштороу яғынан оҫта икәнен иҫбатлай, һәр ваҡыт еңеп сығыуға ышанып эш итә.
Юғары белемле белгес Стәрлетамаҡ районының “Дружба” колхозына баш агроном булып эшкә ҡайта. Иң таң ҡалдырғаны – уның энергиялы, көслө ихтыярлы булыуы. Был эш ауыр, ҡулдан килмәй, тигән һүҙҙе унан бер ҡасан да ишетмәҫһең. Үҙенә ҡарата ныҡ талапсан булыуы ла – уға хас сифат. 1981 йылда ни бары 28 йәшендә Стәрлетамаҡ районының “Сталь” колхозы рәйесе итеп һайлана, ә 1984 йылда ошо райондың “Фрунзе” колхозына етәксе итеп тәғәйенләнә. Бына шулай изге лә, үрнәкле лә, яуаплы ла эштә алмаштырғыһыҙ етәксе булып эшләй ул. Үҙе лә етәкселәрҙең ышанысын аҡлай, халыҡ ихтирамын яулай. Ул йылдарҙа партия ойошмаһы үтә лә талапсан була. Партия өлкәһендә эшләмәһә лә, ул үҙен белемле, эшен аҙағына тиклем еткерә белгән һөнәр эйәһе итеп күрһәтә алды. Хәйҙәр Хызыр улы тыуған ауылы Кинйәбулаттың, уның халҡының данын күтәреп, абруйлы депутат та булып эшләне. Ғәҙәти колхоздың ғәҙәти рәйесе Хәйҙәр Шаһиев СССР-ҙың Юғары Советы депутаты булып һайланды. Ә 1998 йылда уны
ҙур ышаныс менән Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы итеп ҡуялар. Кеше ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, халыҡ күңеле мәңгелек. Әле булһа ҡырмыҫҡалылар яҡташыбыҙҙы һағына.
“Ауырлыҡтары менән дә, һағыштары, шатлыҡтары менән дә хәтерҙә ҡалған ерем, Ҡырмыҫҡалыла эшләгән йылдарым” - тип иҫкә ала Хәйҙәр Хызыр улы. 2006 йылда уға тағы ла ҙур өмөттәр бағлап, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был йылдарҙа районда ҙур төҙөлөш башлана, колхоздар алдынғылар рәтенә сыға. Былар бөтәһе лә Хәйҙәр Хызыр улының тынғыһыҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһе, сөнки ул шаршылар нәҫеленән. Шаршы – таҙа, саф тигәнде аңлата. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
Һәр кемдең тыуған яғы үҙенә яҡын, халҡы яғымлы. Ауыл халҡы өсөн Шаһиевтар ҙур мәсет төҙөтә. Мәсетебеҙҙән аҙан тауышы өҙөлмәй.
Хакимиәт башлығы булып эшләү осоронда яңы йорттар төҙөлгән икән - был өлкәлә лә халыҡтың уға рәхмәттәре сикһеҙ. Ул эшләгән дәүерҙәге хакимиәт башлығы менән ялан аяҡлы ауыл малайы – ер менән күктәге йондоҙ араһы. Шағир әйткәнсә, бейеккә йондоҙҙарға менергә кешеләр яҙмышынан арҡан ишмәне ул. Эшләгән урынында ла, йәшәгән ерендә лә кешеләрҙең салт аяҙ күңеленә тутыҡ булып төшмәне. Әйтерһең дә, ул тыуғанда уҡ үҙенең дәрәжәһен белеп донъяға килгән һәм шуны белеп йәшәй.
Иле, халҡы өсөн янып эшләү, йәшәү эҙһеҙ ҡалманы, әлбиттә. Эштәге уңыштары өсөн Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев ордендарына лайыҡ булды. Шулай уҡ ул – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре лә. Совет осоронда СССР-ҙың Халыҡ депутаты, Башҡортостандың Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты булып һайланыуы ла уның тормош юлын биҙәй.
Ә инде 2010 йылда Хәйҙәр Хызыр улына Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы тигән исем бирелде. Рәмилә еңгә менән Хәйҙәр ағайыбыҙ ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр. Белемгә ынтылышлы ғаиләлә үҫкән балалары ла юғалып ҡалманы. Зөһрә – юғары белемле судья. Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй, тормош иптәше менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Венера ике юғары белемгә эйә. Беренсеһе педагогия йүнәлешендә булһа, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында юридик белем ала. Үҙ яртыһы менән бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Ағайыбыҙ менән еңгәбеҙ – ике ейән менән ике ейәнсәргә олатай менән өләсәй ҙә.
Хәйҙәр Хызыр улы хаҡлы ялын тыныс күңел менән бәхеттә, шатлыҡта үткәрә. Тынғыһыҙ, тормош өсөн мәңге янып йәшәгән, һүлпәнлекте үҙ итмәгән, хатта алдан күрә белгән кисәге игенсе, ураҡсы һин, Хәйҙәр ағай.
Эй, урҙың һин, урҙың, арттарыңдан
Теҙелеп ҡалды тығыҙ игендәр.
Һиңә ҡарап һоҡландылар кешеләр,
Ошо баҫыу аша уҙһалар.
Хәйҙәр Хызыр улы – хеҙмәтенә һәйкәл ҡуйырлыҡ, тормош юлынан үрнәк алырлыҡ оло шәхес ул. Һеҙгә ғүмерегеҙгә етерлек һаулыҡ, балаларығыҙға, ейәнейәнсәрҙәрегеҙгә һөйөнөп бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Фото шәхси архивтан.