

Берҙәм эштә мәҙәниәт йорто, китапхана, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Рәйсә Хәкимова ҡатнашты. Минисара Умербаева һәм Асия Ғәрифуллина килене менән күстәнәстәр алып килеп ҡалдырҙы.
Күстәнәстәрҙе юлға сығасаҡ яугир егетебеҙгә тапшырҙыҡ. Ул яҡташтарына үҙенең оло рәхмәтен еткерҙе.
Күңел йылыһын туплаған күстәнәстәр яҡташтарға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етер, тигән өмөттәбеҙ!