Йәмғиәт
4 Октября 2023, 08:00

Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...

Күп ҡырлы аҫылташтай һоҡланғыс яҡтары менән күңел күген балҡытҡан, илһөйәрлек, рух көсө, күңел байлығы бөркөп, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған, үткер, аҡыллы гүзәл заттарыбыҙ арабыҙҙа бик күп. Шундайҙарҙың береһе - Алаҡай ауылында йәшәүсе Румана Шәрәфуллина хаҡында яҙаһы һүҙебеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...

Уңғанбикә ҡул эштәре менән мауыға, сатрашлап картиналар сигә, тегеү, бәйләү менән шөғөлләнә. Румана Әмирйән ҡыҙы сығышы менән Дүртөйлө районынан. Билдәле яҙыусы Нәзар Нәжмиҙең тыуған ауылынан. Оҙаҡ йылдар “Салауатнефтеоргсинтез” предприятиһында пульт менән идара итеү аппаратсыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Бер нисә йыл элек тормош иптәше Сәлим Нәсим улының тыуған ауылы Алаҡайға ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Күркәм йорт та һалып инәләр.

- Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул эштәре менән мауығып киттем, - ти Румана Әмирйән ҡыҙы. - Сатрашлап сигелгән картиналарҙы күргәнем бар ине, минең дә сигеп ҡарағым килде, аҙаҡ уны нисек башҡарырға ентекләп өйрәндем. Шунан бирле энә, еп һәм бәйләмдәрҙән айырылмайым, - тип һөйләй уңған хужабикә.

Румана ханым тәүҙә бәләкәй картиналар сигә. Уларҙы аш-һыу бүлмәһенә элеп ҡуя. Ә ҙурыраҡ картиналарҙы бишәр ай эшләргә тура килә икән. Сөнки ауыл кешеһенең бынан башҡа ла эше етәрлек. Баҡсаны ла ҡарарға, балалар ҡайтһа, уларға бешеренергә, ейәнен дә ҡарашырға кәрәк. Баҡсаларында төрлө сортлы помидор, ҡыяр, борос, ашҡабаҡтар ҙа ишелеп уңған. Баҡса үҫтереү еңел булмаһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан шөғөлө ул. Әле төрлө ҡайнатмалар, компоттар, ҡышҡылыҡҡа турамалар әҙерләйҙәр. Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр бит, бөтәһенә лә өлгөрә егәрлеләр.

Румана Шәрәфуллинаның картиналары сағыулығы һәм асыҡлығы менән һоҡландыра, уларҙың һәр ҡайһыһы ваҡ-төйәк элементына тиклем уйлап эшләнгән. Сигеү уны тынысландыра, яҡшы кәйеф тыуҙыра. Оҫта ҡуллы хужабикә ҡул эштәренең күбеһен балаларына, таныштарына, туғандарына бүләк итә. Сигеү бер аҙ ялҡыта башлаһа, тегеү менән мәшғүл була йәки бәйләм эшенә тотона. Заказ биргән кешеләр ҙә бар. Паутинкалар, шарфтар, кофталар бәйләүгә лә оҫта.

- Кемдер бәйләй, кемдер ҡурсаҡ яһай, ә миңә сигеү нығыраҡ оҡшай. Әгәр күңелемә ятҡан картина булһа, иртәнгә тиклем тулыһынса эшкә бирелеп ултыра алам, - тип һүҙҙе дауам итә ул. - Ниндәй ҙә булһа картина күрһәм, әле эшләй башлағансы уҡ, уны ҡайһы бүлмәлә урынлаштырырға икән тип уйлайым. Һәр бүлмәлә ҡул менән сигелгән картиналар эленеп тора. Аттарҙы яратҡанға, уларҙы күпләп сигәм. Пейзаждар, натюрморттар, сәскәләр ҙә күп урынды ала. Үҙ ҡулым менән башҡарылған эштәр һөйөнөс өҫтәй. Сигеү мине тынысландыра, яҡшы кәйеф тыуҙыра, - ти Румана Әмирйән ҡыҙы.

Ысынлап та, картиналар сағыулығы һәм асыҡлығы менән һоҡландыра.

Йорт мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, Румана Шәрәфуллина яратҡан шөғөлө өсөн ваҡыт таба, шул уҡ ваҡытта ул һоҡланырлыҡ ханым, хәстәрлекле әсәй, өләсәй һәм уңған хужабикә булып ҡала. Ул мәҙәниәт йортонда уҙғарылған төрлө сараларҙа даими ҡатнаша, клубта бер төркөм гүзәл заттар менән махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙарға йөн иләп, башалтайҙар бәйләй. Һалдаттарға аҙыҡ-түлек менән аҡсалата ярҙам йыйыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә.


Автор фотоһы.

Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Егәрленең ҡулы етәү, тиҙәр...
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас