Йәмғиәт
25 Сентября 2023, 10:00

Ауыл хәбәрҙәре

23 сентябрь көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда “Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс” тигән кисә үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, сираттағы ун көнлөк ялға ҡайткан Р. Ә., яугирҙың ата-әсәһе, туғандары һәм мәктәп уҡыусылары осрашыуға саҡырылды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Алып барыусы ауылдаш егетте сәхнәгә саҡырып, уның менән таныштырып, һорауҙар бирҙе. Р. махсус хәрби операция тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, уҡыусы балалар биргән һорауҙарға яуап ҡайтарҙы.

Егетебеҙ хәрби операцияла 2022 йылдың февраль айынан ҡатнаша. 2022 йылдың декабрендә “Хеҙмәттәге отличиеһы өсөн” миҙалын алһа, 2023 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһың Оборона министрлығынан “Георгий Жуков” миҙалы менән бүләкләнә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусы ауылдаштар яугирға хеҙмәтендә уңыштар, иҫән-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләне.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас