Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2023, 16:00

Батырлыҡ ҡылған егет

Август аҙағында Ишембайҙа Совет урамындағы күп фатирлы йорттоң фатирында газ шартлауы тураһында яҙғайныҡ.

Батырлыҡ ҡылған егет
Батырлыҡ ҡылған егет

Был тулҡындан бинаның тәҙрәләре, балконы һәм стеналары зарарлана, 91 йәшлек инәй һәм 51 йәшлек ир зыян күрә. Ирҙе етди тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып китәләр, пенсионер ҡатын медицина ярҙамынан баш тарта. 17 йәшлек Александр Белявин бик ҡыйыу эш итә - ул инәйҙе һәм ҡустыһын зыян күргән йорттан алып сыға. Егет беҙгә был ваҡиғаның бөтә нескәлектәрен бәйән  итте.

- Барыһын да иҫкә төшөрә алғанымса һөйләп үтәм. Сөнки һаман да аңлашылмаусанлыҡ хәлендәмен. Был ваҡиға яҡынса киске сәғәт 6-ла булды. Эштән ҡайтҡас, дуҫым менән машинаны йыуып килергә уйланыҡ. Фатирҙан сыҡҡан саҡта подъезда газ еҫе тойҙом. Бер ни ҙә ҡурҡыныс түгелдер, тип уйлап, машинаға ултырҙым. Ихатанан үтеп тә өлгөрмәнек көслө шартлау ишетелде. Гөрһөлдәү беҙҙең фатир яғынан ишетелә ине. Машинанан сығып: “Әсәй, атай, һеҙ ҡайҙа?”, - тип ҡысҡырҙым. Ул ваҡытта әсәйем дә урамда булған. Уның менән тиҙ генә кире фатирға юлландыҡ. Ә унда саң, һулыш алырлыҡ та түгел, етмәһә, бер нәмә лә күренмәй. Әсәйемде ҡурҡыу солғап алды, ҡулдары ҡалтырай башланы. Уға кире урамға сығырға ҡуштым да ҡулыма фонарь алып подъезға табан атланым. Бер аҙым яһағайным алдымда ҡыйыҡ емерелеп төшә башланы. Кире артҡа сигендем. Күп уйлап тормай яңынан подъезға индем. Унда, ысынлап та, ҡурҡыныс ине. Фатирға ингәндә залда ла, кухняла ла бер кем дә юҡ ине. Атайымдың ҡысҡырыуын ишетәм, улар йоҡо бүлмәһендә булып сыҡты, тәҙрә янында һауа һулап торалар ине. Ете йәшлек ҡустымды юрғанға ураным да фатирҙан алып сыҡтым. Беренсе ҡатта мине был ваҡиғаға битараф булмаған үтеп барыусы көтә ине. Ул ҡустымды алып, әсәйемә тапшырған. Фатирға кире йүгерҙем, бер нәмә лә күренмәй, ҡуйы томан һәм зәһәр еҫ. Шулай ҙа 17 йыл ошо йортта йәшәгәс, ҡайҙа нимә барлығын яҡшы беләм. Атайым менән йүгереп кереп, документтарҙы алдыҡ. Ҡапыл атай 91 йәшлек күрше инәйҙе лә урамға сығарырға кәрәклеген әйтте. Беҙ уның янына индек, инәй түшәктә ята ине. Тын алыуы ла ауыр, оло кеше үҙе генә тышҡа сыға ла алмаҫ ине. Уны тышҡа күтәреп алып сыҡтым.

Тиҙ арала ашығыс ярҙам машинаһы килеп туҡтаны, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре, янғын һүндереүселәр килде. Улар 13-сө фатирҙан йәрәхәтләнгән ирҙе балкон аша урамға сығарҙылар. Зыян күреүсе кухняла булған һәм һыуытҡысҡа ҡыҫылған. Уны ашығыс ярҙам машинаһында шунда уҡ реанимацияға алып киттеләр. Ә инәй дауахананан баш тартты. Хәҙер ул һеңлеһе менән йәшәй. Мин уның хәлен белешеп торам.

Әлеге ваҡытта Александр ғаиләһе менән ҡунаҡханала йәшәй. Егет Ишембай һөнәрселек колледжында уҡый. Шул уҡ ваҡытта эшләргә лә өлгөрә, атайәсәһенә финанс яҡтан ярҙам итә. Ул шәхси төҙөлөш бригадаһында киповсы, үлсәү приборҙарын һәм автоматиканы контролдә тотоу буйынса слесарь булып эшләй. Колледжда уның хәленә инеп, дәрестәргә ирекле йөрөргә рөхсәт иткәндәр.

Александрҙың тапҡырлығы һәм ҡыйыулығы арҡаһында пенсионер инәй менән ҡустыһы бәләгә тарымай ҡала.

- Үҙен хөрмәт иткән һәр кем шулай эшләр ине. Иң мөһиме, барыһы ла иҫән, барыһы ла сәләмәт, - ти Александр Белявин.

 

Фото Александр Белявиндың шәхси архивынан.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: