

Тормошоңдоң һәр көнө бөгөнгө кеүек яҡты, күтәренке кәйефле, ҡыуаныслы булһын!
Һиңә бәхеттең иң ҙурын, уңыштың иң мулын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ! Һәр ваҡыт шундай эскерһеҙ, шат күңелле, ихлас, яғымлы булып ҡал!
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гөл көләс һәм йәш бул хәҙергесә.
Күңелең һинең күтәренке булһын
Һөйөнөп һәм һөйөлөп мең-мең йәшә!
Иң изге теләктәр менән атайың Ришат, әсәйең Гөлфинә, яратҡан ҡатының Инга, балаларың Әминә менән Данияр.