Йәмғиәт
24 Июля 2023, 06:00

Осрашыу фәһемле булды

Уразбай ауылы китапханаһында яҡташыбыҙ, шашкалар буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова менән осрашыу үтте.

Осрашыу фәһемле булдыОсрашыу фәһемле булды
Осрашыу фәһемле булды

Сараға шашкалар менән ҡыҙыҡһынған балалар, шашкасының олатаһы һәм ауыл халҡы килде.

Китапханасы Фатима Дәүләтҡолова осрашыуға килеүселәрҙе Айгөлдөң биографияһы һәм яулаған уңыштары менән таныштырһа, олатаһы Мөҡәддәс Ғәҙелша улы нисек шашкаға һөйөү уятыуы тураһында һөйләне.

Яҡташыбыҙ балаларға шашка серҙәрен асты, улар менән шашка уйнаны. Айгөл Илдус ҡыҙы китапханаға китаптар,10 комплект шашкалар бүләк итте. Осрашыу бик фәһемле булды. Айгөлгә артабан да ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ. 

 

Фотолар Фатима Дәүләтҡолова архивынан.

Осрашыу фәһемле булды
Осрашыу фәһемле булды
Осрашыу фәһемле булды
Осрашыу фәһемле булды
Автор:
Читайте нас