Йәмғиәт
23 Июля 2023, 08:00

Мәртәбәле юбилей

Сәлих ауылында йәшәүсе Минеғәрәй Иҙрис улы Иҫәнғолов ошо көндәрҙә 95 йәшлек мәртәбәле юбилейын ҡаршыланы. 

Мәртәбәле юбилейМәртәбәле юбилей
Мәртәбәле юбилей

Юбилярҙы ҡотларға Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев килде. 

Минеғәрәй Иҙрис улы ғүмере буйы райондың юл хеҙмәте ойошмаһында тырышып эшләгән. Ишембайҙан бик күп ауылдарға тап уның ҡатнашлығында асфальт юл түшәлгән. 

Аҫылбикә Дәүләтгәрәй ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. 

Бөгөн дә Минеғәрәй Иҙрис улы балалары хөрмәтендә донъя көтә. 

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев юбилярға ил президенты Владимир Путин менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын, бүләктәр тапшырып, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле көндәр теләне. 

 

Фото: Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан.

Мәртәбәле юбилей
Мәртәбәле юбилей
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас